РЕЦЕПТ:
- 5-6 эре алма (~800 г)
- 2 йомортҡа
- 50 г шәкәр
- 10 г ванилле шәкәр
- 30 г эрегән аҡ май
- 100 мл һөт
- 70 г он
- 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс
семтем тоҙ
Бәлеш өҫтөнә һибер өсөн:
- 40 г шәкәр
- 40 г йомшаҡ май
- 80 г он
- семтем тоҙ
Бөтә ингредиенттар бүлмә температураһында
Йомортҡаларға шәкәрҙе, ванилле шәкәрҙе һәм тоҙҙо ҡушып яҡшылап туғырға. Һөт, май, он һәм ҡамыр йомшартҡыс ҡушып, болғатырға. Ҡамыр әҙер.
Алмаларҙы ҡабығынан, емештәренән таҙартып, йоҡа итеп турарға ла ҡамырға ҡушып болғатырға. Табаға ҡойоп (18-20 см диаметрында), мейескә 50 минут - 1 сәғәткә оҙатырға (180 градусҡа). Бешергә 20 минут ҡалғас, балештең өҫтөнә һибер өсөн әҙерләнгән массаны һалырға.
Әҙер бәлеш тулыһынса һыуынғас, тәмләп сәй эсергә лә була. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!