Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
6 Апрель 2022, 10:48

Ағастарҙы ағартырға онотмағыҙ

Был эштәрҙе ер йылынғансы, зарарлы бөжәктәр уянғансы башҡарырға кәрәк.  

Ағастарҙы ағартырға онотмағыҙАғастарҙы ағартырға онотмағыҙ
Ағастарҙы ағартырға онотмағыҙ
Ағастарҙың олонон һәм ботаҡтарын ағартыу эштәрен апрель айында, йәғни ер йылынғансы, зарарлы бөжәктәр уянғансы башҡарырға кәрәк. Иретмә сифатлы булһа, ағастарҙы бер тапҡыр ағартып сығыу ҙа етә. Түбәндә бирелгән ҡатнашма ел-ямғырға, ҡояш нурҙарына сыҙам, оҙаҡ һаҡлана һәм ағас ҡайырыһын зарарһыҙландыра.

Иретмә әҙерләү өсөн 10 литрлы биҙрәгә 2-3 килограмм аҡбур, 500 грамм баҡыр купоросы, 100 грамм казеиндан яһалған елем алына. Баҡыр купоросын ҡайнар һыуҙа эретәбеҙ, елем һәм аҡ бур ҡушабыҙ. Килеп сыҡҡан иретмә ҡуйы ҡаймаҡ кеүек булырға тейеш.

Ҡайһы бер баҡсасылар ағастар матур күренһен тип, уларҙы ағартҡанда акрил буяу ҡуллана. Был дөрөҫ түгел: акрил буяу ағастарға тын алырга ирек бирмәй. Шуға күрә ағартыу өсөн файҙалы һәм сифатлы иретмә һайлағыҙ.

Фото: botanichka.ru
https://kiziltan.ru
Ағастарҙы ағартырға онотмағыҙ
Ағастарҙы ағартырға онотмағыҙ
Автор:
Читайте нас