

Ҡамыр өсөн:
80 гр аҡ май (маргарин)
- 2 аш ҡалағы шәкәр
- 1 йомортҡа һарыһы
- 1 аш ҡалағы ҡаймаҡ
- 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс
- 150 гр он
Эслек өсөн:
- 500 гр эремсек
- 150 гр шәкәр
- 100 гр ҡаймаҡ (3-4 аш ҡалағы)
- 3 йомортҡа һарыһы
- ванилин
- 2-3 аш ҡалағы манный ярмаһы
Суфле өсөн:
- 4 йомортҡа ағы
- 4 аш ҡалағы шәкәр
Ҡамыр баҫабыҙ. Ондо ҡамыр йомшартҡыс менән иләк аша үткәрәбеҙ. Йомортҡа һарыһын шәкәр, бүлмә температураһындағы аҡ май, ҡаймаҡ менән яҡшылап туғып, онға һалып тиҙ генә ҡамыр баҫабыҙ. Ҡамырҙы ярты сәғәткә һыуытҡысҡа оҙатабыҙ.
Ул арала бәлешкә эслек әҙерләйбеҙ. Эремсеккә шәкәр, ҡаймаҡ, ванилин, йомортҡа һарыһы, манный ярмаһы өҫтәп, блендер менән болғатабыҙ.
Ҡамырҙы һыуытҡыстан алып, бейек табала ҡул менән тигеҙ итеп йәйәбеҙ. Эслеген ҡойоп, 180 градуслы мейестә ярты сәғәт бешерәбеҙ.
Суфле әҙерләйбеҙ. Йомортҡа ағына семтем тоҙ, шәкәр һалып, миксер менән күпергәнсе яҡшылап туғыйбыҙ. Әҙер суфлены оҙаҡ тоторға ярамай. Бәлеште мейестән алып, өҫтөнә суфле һылайбыҙ. Тағы ла 15 минутҡа мейескә оҙатабыҙ. Утты әҙерәк кәметергә лә була.
Артабан бәлеште мейестән алып, өҫтөнә ҡапҡас ябып, тулыһынса һыуынғанын көтәбеҙ. Ярты-бер сәғәт эсендә бәлеш өҫтөндә "күҙ йәштәре" килеп сығасаҡ.
Был бәлеш ауыҙҙа иреп кенә тора.
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын
#Уңған_килендән_рецепттар