Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
15 Апрель 2022, 08:13

Киске табынға - гөбәҙиә

 Ҡамыр өсөн 300 грамм самаһы он, 100 г аҡ май, 5-6 аш ҡалағы ҡаймаҡ, 1 йомортҡа, 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс, 0,5 балғалаҡ тоҙ алына.

Киске табынға - гөбәҙиәКиске табынға - гөбәҙиә
Киске табынға - гөбәҙиә

Эслек өсөн:
100-150 г дөгө (бешерергә)
3 бешкән йомортҡа
1 стакан йөҙөм
250-300 г ҡыҙыл эремсек
100 г аҡ май (иретергә)
4-5 аш ҡалағы шәкәр

Бәлеш өҫтөнә һибер өсөн:
1 аш ҡалағы шәкәр
2 аш ҡалағы он
1,5 аш ҡалағы аҡ май

Ҡамыр өсөн бөтә ингредиенттарҙы бергә ҡушып баҫырға ла ярты сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйырға.
Дөгөнө әҙерәк тоҙ һалып бешереп алырға, һалҡын һыу менән сайырға.
Йомортҡаларҙы бешереп, ваҡ ҡырғыстан үткәрергә.

Йөҙөмдө яҡшылап йыуып, ҡайнар һыуҙа тотоп алырға, ҡабат сайырға.
Аҡ майҙы иретергә.
Ҡамырҙы 2 өлөшкә бүлеп (береһе ҙурыраҡ, 2-сеһе - бәләкәй), табаға тура килтереп йәйергә (минең 28 см).
1-се ҡат: ҡыҙыл эремсек (ҡайһы берҙәре тәүҙә әҙерәк дөгө һала, аҙаҡ ҡыҙыл эремсек, аҙаҡ йәнә дөгө)
2-се ҡат: дөгө (өҫтөнә шәкәр һибергә)
2-сө ҡат: йөҙөм (кемдер дөгө менән йөҙөмдө бергә ҡушып һала)
4-се ҡат: йомортҡа
Иретелгән аҡ майҙы ҡойоп сығырға (~ 10 аш ҡалағы)

Бәлештең өҫтөн бәләкәй йәймә менән ябып, ситтәрен үреп сығырға. Өҫтөнә аҡ май һөртөп, сәнске менән тишергә, уртаһында ла тишек ҡалдырырға.
Иң һуңында һибер өсөн әҙерләнгән ҡоро массаны тигеҙләп һалырға.
180 градусҡаса ҡыҙған мейестә 40-50 минут бешерергә.
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

#Уңған_килендән_рецепттар

Киске табынға - гөбәҙиә
Киске табынға - гөбәҙиә
Автор:
Читайте нас