

27–29 апрелдә Башҡортостандың баш ҡалаһында матурлыҡ индустрияһының бөтә үҫеш йүнәлештәрен сағылдырған уникаль экспопроект үтәсәк. Матурлыҡ көндәре сиктәрендә махсуслаштырылған күргәҙмә һәм “Алтын һыуһар” конкурсы ойоштороласаҡ. Күргәҙмәлә Рәсәйҙең ун төбәгенән 200-ҙән ашыу билдәле косметика етештереүселәре һәм 100 экспонент ҡатнашасаҡ. «ВДНХ-ЭКСПО» күргәҙмә комплексында асыласаҡ был сарала төрлө һөнәри йүнәлеш: косметология, эстетик медицина, парфюмерия, декоратив косметика, тырнаҡ сервисы, спа-массаж, визаж, сәс һәм керпек үҫтереү, бөҙрәхана эше, татуаж, перманент макияж, матурлыҡ салоны, һөнәри белем алыу, махсус ҡорамалдар буйынса бизнес-майҙансыҡтары урын аласаҡ. Күптән абруй яулаған күргәҙмәлә шулай уҡ оҫталыҡ дәрестәрендә, презентацияларҙа ҡатнашырға, донъя кимәлендәге бренд продукция менән танышырға мөмкин. Был сара – яңы партнерҙар табыу һәм етештереүселәрҙә, дистрибьюторҙарҙа ҡыҙыҡһыныу уятыу, һатыу баҙарын киңәйтеү маҡсатында уҙғарылған илдәге иң уңышлы проекттарҙың береһе.
Фото "Башинформ"дан алынды.