Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
22 Апрель 2022, 04:52

Баллы торт

Талап ителә: 0,5 кг он, 2 йомортҡа, 250 г маргарин (аҡ май), 2 ҡалаҡ бал, бер стакан шәкәр, ярты балғалаҡ аш содаһы, бер һауыт ҡуйыртылған һөт.

Баллы тортБаллы торт
Баллы торт

Онға туғылған йомортҡаны бал, шәкәр, маргарин менән ҡушып баҫабыҙ. Әҙер ҡамырҙы 6-7 сантиметр ҡалынлыҡта түңәрәкләп йәйеп, 180 градусҡа тиклем эҫе­телгән мейескә ҡуябыҙ. 20–25 минуттан ул бешеп тә сыға. Өҫтөнә ҡуйыртылған һөт яғабыҙ (ҡуйыртылған һөттө һауыты менән һыуҙа ҡайнатырға йәки әҙер ҡайнатыл­ғанды һатып алырға). Шулай уҡ өҫтөн ыуылған печенье вағы, йө­ҙөм, өрөк йәки сәтләүек онтағы менән биҙәргә мөмкин.

https://vk.com/bashkortvk

Баллы торт
Баллы торт
Автор:
Читайте нас