Дим буйҙары
+22 °С
Ясна
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Май , 12:40

Аяҡ-ҡулда бәшмәк?

Аяҡ һәм ҡулда, айырыуса тырнаҡтағы бәшмәктән ҡотолоуы еңел түгел. Етмәһә күп кенә уңайһыҙлыҡтар ҙа тыуҙыра. 

Аяҡ-ҡулда бәшмәк?
Аяҡ-ҡулда бәшмәк?

Ябай ғына ысул. Уның нигеҙенә алма һеркәһе һәм сода алына. 

 Уксус бәшмәк үрсеткән микроорганизмдарҙы туҡландырыуҙан туҡтай. Шуға ла мәле менән профилактика өсөн уксуслы һыуға  аяғығыҙҙы тығып ултырырға кәңәш ителә. 

Был рецепт менән һин бәшмәкте тулыһынса бөтөрә алаһың.

Бының өсөн 1 стакан алма һеркәһе, 5 аш ҡалағы сода һәм 3 литр эҫе һыу кәрәк була. 

Башта тасҡа 50-60 градус эҫелектәге һыуҙы ҡой. Унан 1 стакан алма һеркәһен өҫтә. Һыу бер аҙ һыуынғас (40–45 градусҡа тиклем), аяғыңды 15–20 минутҡа тығып тор. 

Унан аяғыңды таҙа һыу менән сайҡат та, ҡағыҙ таҫтамал менән ҡорот. 

Бер сәғәттән йәнә ҡабатла. Тик был юлы уксуслы һыуға 5 аш ҡалағы сода өҫтә. 

Бындай һыуға аяҡтарыңды көнөнә бер нисә тапҡыр тыҡ.  

Осһоҙ ҙа, файҙалы ла дауа һеҙгә мотлаҡ ярҙам итһен, тип теләйек. 

Һау-сәләмәт булығыҙ!

hakmar.ru

Аяҡ-ҡулда бәшмәк?
Аяҡ-ҡулда бәшмәк?
Автор:
Читайте нас в