Дим буйҙары
+22 °С
Ясна
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Май , 15:39

Кишер үҫтереүҙең биш сере

Бер ҡараһаң, кишер үҫтереүҙең нимәһе бар инде? Сәстең, утаның, һирәкләнең, алдың... Әммә берҙә бына ошо ябай ғына булған кишерҙе лә тейешенсә үҫтереп булмай. Йә шытмай, йә ваҡ була, йә кәкере лә бөкөрө тигәндәй...  

Кишер үҫтереүҙең биш сере
Кишер үҫтереүҙең биш сере

Кишер тиреҫ яратмай

Кишер тигеҙ, оҙон, йыуан булып үҫһен өсөн уны сәсәһе түтәлгә тиреҫ индермәгеҙ. Хатта уҙған йыл керетелгән тиреҫте лә яратмай ул. Тиреҫле ерҙә кишер кәкере-бөкөрө булып үҫә. Ул көпшәк, йомшаҡ тупраҡты ярата. Иң яҡшыһы, тупраҡҡа ҡом, торф һәм серей башлаған бысҡы сүбе ҡушығыҙ (яңы бысҡы сүбе керетергә ярамай).

Кишер ҡояш ярата

Уны рәшәткә буйҙарына, иртә күләгә төшә торған урындарға ла ултыртмағыҙ. Кишер бик тә ҡояш ярата, уға көнө буйы ҡояш ҡарай торған ер кәрәк.

Сәсеү ваҡыты

Кишер орлоғо бик оҙаҡ шыта. Яҙ көнө, әле тупраҡта дым барында сәсһәң, уңайлыраҡ – һыу һибәһе юҡ. Өҫтән лейка менән һыу һибеү тупраҡты ҡатыра. Әммә бик иртә сәскән кишерҙе иртә алырға кәрәк.  Йәй башында шытҡаны ҡыш һаҡлау өсөн яҡшыраҡ.

Һыуҙы самалап

Кишергә артыҡ дым кәрәкмәй. Һыуҙы күп һипһәң, ул «һаҡал» үҫтерә. Дым эҙләп үҙе тәрәнерәк китеп үҫһә, шыма, тура була. Шуға күрә һыуҙы самалап ҡына һибегеҙ.

Һирәкләү

Кишер орлоғо ваҡ, уны һирәк итеп сәсеүе ауыр. Шуға ла ике тапҡыр һирәкләргә кәрәк була. Һирәкләмәһәң, ул ваҡ булып үҫә. Беренсеһе – шытып сығып, үҫә башлағас, икенсеһе – кишер сәнсә бармаҡ буйы үҫкәс һирәкләнә. Араларын 4-5 см ҡалдырһаң, етә. Кишерҙе бары тик киске яҡта ғына һирәкләгеҙ. Кишер себенен йәлеп итмәҫ өсөн был.

Күршеләр

Был йәшелсәгә кишер себене бик зыян һала. Тишекле һәм йомшаҡ кишерҙәр – шул себен эше. Әлеге ҡоротҡос бөжәк һуған еҫен яратмай. Шуға күрә кишер түтәлен һуған түтәле араһына яһағыҙ. Бер түтәлгә икеһен бергә ултыртырға ла була. Әммә һуған кишергә үҫергә ҡамасауларлыҡ булмаһын, рәт араһын шаҡтай йыраҡ яһарға кәрәк.

Кишерҙе һирәкләмәҫлек итеп тә сәсергә мөмкин. Бер нисә ысул тәҡдим итәбеҙ.

Ҡом менән аралаштырып сәсеү. Былай эшләгәндә, ике ҡуянды бергә тотаһың: һирәкләйһе лә булмай, ҡом дымды ла һаҡларға ярҙам итә. Ярты биҙрә  ҡомға ике ҡалаҡ орлоҡ ҡушып бутала.
Кеҫәл менән сәсеү.  Ондо һыуҙ бешереп, бик шыйыҡ та, бик ҡуйы ла булмаған клейстер яһарға. Бер аҙ һыуынғас, орлоҡтарҙы һалып бутап, кишер сәсәһе бураҙнаға аҙ-аҙлап ҡына ағыҙырға. Орлоҡтар төпкә батмаһын өсөн, гел болғатып торорға. 1 литр һыуға 1 ҡалаҡ он һалып яһала.
Орлоҡтарҙы бәҙрәф ҡағыҙына берәм-берәм клейстер менән йәбештереп сығыу. Быныһы ваҡытты күп ала торған ысул, әммә иң отошлоһо ла.
«Иләп»  сәсеү. Иләк ролен был осраҡта «Киндер сюрприз» һауыты үтәй. Һауыт төбөнә орлоҡ һыйырлыҡ 2-3 тишек тишергә кәрәк. Һауытҡа орлоҡтарҙы  бушатып, ҡапҡасын ябырға ла, ашҡа борос һипкән кеүек, кишер сәсәһе бураҙнаға орлоҡтарҙы һибеп сығаһың.
Шприц менән сәсеү. Шприцтың энәһен һәм көпшәһен алып, эсенә орлоҡтарҙы һалаһың да, ара ҡалдырып, орлоҡтарҙы берәм-берәм һелкеп төшөрәһең.

Фото: zen.yandex.ru

baltachtan.ru

Кишер үҫтереүҙең биш сере
Кишер үҫтереүҙең биш сере
Автор:
Читайте нас в