Дим буйҙары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Май 2022, 08:38

Артроздан тоҙло бал

Артроз менән күҙмә-күҙ осрашҡан кешеләр генә уның ни тиклем әрнеү-ғазаптар килтерә икәнен аңлайҙыр ул. Табип менән кәңәшләшеп, диеталар тотоу ҙа ниндәйҙер кимәлдә ярҙам итергә тейеш. Шулай уҡ компресс ҡуйыу ҙа файҙа бирә. 

Артроздан тоҙло бал
Артроздан тоҙло бал

Шулай уҡ скипидар ванналарын ҡабул итергә лә мөмкин. Ауыртҡан урынға компресс ҡуйырға, әсе боросло кастор майы менән ыуынырға ла мөмкин. Бының өсөн аптеканан һатып алынған бер һауыт (40мл) кастор майына 1 аш ҡалағы ҡыҙыл борос һалына. 10 көн төнәткәндән һуң һәр көн ятыр алдынан ошо төнәтмә менән ыуыныу үҙ һөҙөмтәһен бирер.

Ә бына тоҙланған балды һыҙланған саҡта ҡулланырға кәңәш ителә. Бының өсөн бал менән тоҙҙо бер үк миҡдарҙа алып, һыҙлаған урынға һалып, компресс өсөн махсус ҡағыҙ йәки аш пленкаһы менән төрөп ҡуйыла. Өҫтөнән йылы (йөндән) ә әйбер менән уратып алына. Быны төнгә ҡарай, ятыр алдынан эшләргә кәрәк. Тоҙ шеште бөтөрһә, бал һыҙланыуҙы, елһенеүҙе баҫа. Тик бының өсөн 1 курс (6-8 тапҡыр) үтер кәрәк.
Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!
Һау-сәләмәт булығыҙ!

hakmar.ru

Артроздан тоҙло бал
Артроздан тоҙло бал
Автор:
Читайте нас: