Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Май 2022, 11:33

Манник

МАННИК - күп хужабикәләрҙең яратып бешергән аҙығы. Ә был рецепт буйынса әҙерләнгәне айырыуса, ябай ҙа, ауыҙҙа ла иреп тора!

Манник
Манник
ИНГРЕДИЕНТТАР:
 
● 1 ст. кефир

● 1 ст. манный

● 1 ст. он

● 1 ст. һөт

● 1 ст. шәкәр

● 1 эре йомортҡа

● 1 балғалаҡ сода

● 1 пакетик ванилин
 
Әҙерләү:
Бар ингредиенттарҙы яҡшылап бутап, майлы табаға һалып, 180 градуста ярты сәғәт тирәһе бешерергә.(Ондо самалап һалырға. Артыҡ ныҡ күп булмаһын. Ҡамыр ҡаймаҡ ҡуйылығында булырға тейеш).
Алһыуланып бешкән пирогты шырпы бөртөгө төртөп ҡарап тикшерергә. Шырпы ҡоро булһа, бешкән.

Унан бер стакан ҡайнатып һыуытылған һөттө пирогҡа ҡойорға. Башта ғына һыулы һымаҡ тойоласаҡ. Бер-ике минуттан һөт һеңеп бөтә. Бындай манник һутлы һәм нәзәкәтле килеп сыға. Бешереп ҡарағыҙ, һис үкенмәҫһегеҙ!
 
Аштарыбыҙ тәмле, тормоштарыбыҙ йәмле булһын!
 
Манник
Манник
Автор:
Читайте нас: