Дим буйҙары
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Май 2022, 07:28

Сәй табынына

Ауыҙҙа иреп торорҙай ғына асыҡ ауыҙ (рогаликтар) бешереү рецебы. 

Сәй табынына
Сәй табынына

Ҡамыр өсөн:
-230 г он (+-)
-100 г магазин ҡаймағы
-70 г аҡ май (йәки маргарин)
-50 г шәкәр
-1 йомортҡа
-0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс)
-ванилин, семтем тоҙ

⃣Онға сода (ҡамыр йомшартҡыс), семтем тоҙ, шәкәр, ванилин ҡушып болғатырға. Ондо алдан иләргә кәрәк.
⃣Һалҡын аҡ майҙы ҡушып ыуырға.
⃣Йомортҡаны, ҡаймаҡты ла һалып, ҡамыр баҫырға.
⃣40 минутҡа һыуытҡысҡа (20 минутҡа тундырғысҡа) һалып торорға.
⃣Ҡамырҙы ике өлөшкә бүлеп, йәйергә лә квадраттар йә өсмөйөштәр киҫеп, теләгән эслек һалып, мейескә оҙатырға (180 градусҡа, 10-15 минутҡа).

🔻Эслек өсөн повидло, муйыл ҡайнатмаһы, ҡуйыртылған һөт, йөҙөм, күрәгә, джем, шоколад, сәтләүек, корица һәм шәкәр ҡушылған алма һ.б. алырға була.
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

 #уңған_килендән_рецепттар____________

Сәй табынына
Сәй табынына
Автор:
Читайте нас: