Дим буйҙары
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Май 2022, 11:30

Түтәлдәге һарымһаҡтар һарғайһа...

Һарымһаҡ ҡыяҡтарының һарғайыу сәбәптәре төрлө: көндөҙ йылы, төндәрен һалҡын булһа, тупраҡта туҡлыҡлы матдәләр етешмәһә, тәрән ултыртылған йәки башҡа сәбәптәр булырға мөмкин. 

Түтәлдәге һарымһаҡтар һарғайһа...
Түтәлдәге һарымһаҡтар һарғайһа...
Бындай хәл килеп сыҡмаһын өсөн тәжрибәле баҡсасылар һарымһаҡ түтәленә көл һибергә кәңәш итә. Ағас көлөндә калий, магний һәм кальций бар. Ә былар һарымһаҡ, һуған өсөн бик мөһим. Көлдө бары тик рәттәр араһына һалып сығырға кәрәк. Ағас көлө һарымһаҡты төрлө ауырыуҙарҙан да һаҡлай.

Шуныһын иҫкә алығыҙ: түтәлгә көл һипкәндә, азотлы ашлама керетергә ярамай. Туҡландырыу ваҡыты 10 көн самаһы булырға тейеш. Һарымһаҡҡа тиреҫ әсетеп һибергә лә була. 6 биҙрә һыуға 1 биҙрә тиреҫ һалырға кәрәк. Тиреҫ булмаһа, 1 биҙрә һыуға 1 ҡалаҡ мочевина ҡушып һибергә мөмкин. Азотлы ашлама кереткәндән һуң, түтәлгә һыу һибегеҙ.
Фото: Pinterest
https://kiziltan.ru
Түтәлдәге һарымһаҡтар һарғайһа...
Түтәлдәге һарымһаҡтар һарғайһа...
Автор:
Читайте нас: