Дим буйҙары
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Май 2022, 22:37

Дауылдан һуң диңгеҙ тына (хикәйә)

Дөрөҫөн генә әйткәндә, Фәниә апайҙы бик һағындым. Шылтыратам, телефонын алмай. Баҙарға барғанда, юл аша ғына йәшәй, инеп тә сығам, тик ишеген асҡан кеше юҡ. Кистәрен тәҙрәһе лә ут алмай. Нимә булды уға, ҡайҙа юғалды? Баштараҡ, йәй бит, ауылдалыр тип уйланым. Инде хәҙер ни ғүмер үтеп китте, ауылдан түгел, йәһәннәм тишегенән дә ҡайтып етеп була. 

Дауылдан һуң диңгеҙ тына (хикәйә)
Дауылдан һуң диңгеҙ тына (хикәйә)

Ниңә әүәлгесә тәҙрә рамдарын ап-аҡҡа буяп: “Ҡарале, һылыу, тәҙрәләрем, һин әйткәнсә, йылмайып торалар бит! Минең буяғанды ғына көткәндәр икән” – тимәй? Ниңә мине осондороп: “Әлдә һин бар, әтеү мин ул тәҙрәләрҙе бер ҡасан да буямаҫ инем, мин уны буярға кәрәк икәнен дә белмәйем бит”, – тип көлмәй? Ниңә? Ниңә?..

... Фәниә Харисовна менән мин мәктәптә практика үткән ваҡытта таныштым. Ябай, ярҙамсыл, ихлас күңелле был апай, ваҡыт үтеү менән бик яҡын дуҫым, әхирәтем, кәңәшсем булып китте. Ул эштә иртәнге һигеҙҙән, киске һигеҙгә тиклем, ә инде ата-әсәләр йыйылышы булһа туғыҙ-унһыҙ өйөнә ҡайтып инә алмай. Бәхетенәнме, бәхетһеҙлегенән тип әйтһәм дә алдашыу булмаҫ, ул бер ваҡытта ла кейәүҙә булмаған. Университетты бөтөрөп, ҡулына диплом алғандан алып мәктәптә уҡыта. Әүәл, юғары уҡыу йортон тамамлағанда диплом менән бергә, ҡулға ҡайҙа эшкә барырға тигән “распределение”лә тоттора инеләр. Фәниәнең "өҫтә" ултырған ағаһы уны Өфөлә алып ҡалды. Шул ваҡытта ауылға ғына китеп барһа, кем белә, бәлки кейәүгә сығып, ҡутарып бала табып, оло донъя көтөп, ир бисәһе булып ултырыр ине әле! Күрәһең, яҙмышынан уҙмышы булмағандыр.

Егеттәре лә булманы түгел, булды Фәниәнең. Булат менән университетҡа уҡырға ингәс таныштылар. Ул тарих факультетында уҡый ине. Бер-береһенә артыҡ яҡынаймай, бер-береһенән бик йырағаймай ҙа яҡшы дуҫтар булып йөрөнөләр. Берҙән-бер көндө Фәниә менән бүлмәләш йәшәгән Рима:

– Шул Булатты үҙемә генә ҡаратып алам инде, барыбер йүнләп йөрөмәйһең! – тигәс тә:

– Тәүәкәлләп ҡара, ниңә уны минән һорап тораһың, – тип уйынға борҙо ла ҡуйҙы.

Рима был эште йыраҡ һандыҡҡа һалмай, тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға булды. Ял көнө Фәниә, әүәлгесә, ауылына ҡайтып китте. Булат юҡ йомошон бар итеп ҡыҙҙар бүлмәһенә тыйнаҡ ҡына шаҡып килеп инде.

– Фәниә ауылда, иртәгә генә килә! – тине Рима.

– Ярай, улайһа мин …, – тип әйтеп өлгөрмәне егет, Рима:

– Мин дә Фәниәнең ауылға ҡайтҡанын белмәнем. Киноға билет алған инем, бына, әгәр теләгең булһа, әйҙә икәүләп барайыҡ, әтеү билет әрәм була, яҡшы фильм тиҙәр! – тип, егетте бергә барырға күндерҙе.

Фильм ысынлап та шәп булды. Кинонан һуң Салауат майҙанына ла һуғылдылар. Йәштәр бик күп ине. Бер урында – ҡурайға, икенсе урында гармунға теттереп бейейҙәр! Рима менән Булаттың да кәйефтәре күтәрелде. Егет ҡыҙҙы ятаҡҡа тиклем оҙатып, ҡайтып китте.

Фәниә Булатты дуҫым ғына тип йөрөһә лә, күңеленең иң төбөндә улай түгеллеген тоя ине. Әле Рима:

– Булат мине киноға саҡырҙы, – тигәс тә, кәйефе төштө, йөрәге йыш-йыш тибә башланы. – Аҙаҡ киске Өфө буйлап, төн уртаһына тиклем йөрөнөк! Үҙе һөйләй, үҙе күҙ ҡырыйы менән генә Фәниәгә күҙ һалып ала.Ҡыҙҙың йөҙө үҙгәреүен күреп:

– Бөгөн дә бер ергә барып килергә саҡырған ине, бармайым тинем. Бына йәйге сессияны япҡас иркенләп йөрөрбөҙ, әхирәт, эйе бит?!. Ул ярай ҙа ул диплом эшен яҙып бөткән. Ә беҙгә тағы ла бер йыл уҡыйһы бар бит әле, – тип ҡысҡырып көлөп тә алды.

Шулай итеп, Булат килгәндә Фәниә эш табып берәй ергә китә, йә өйҙә булмаҫҡа тырышты.

Диплом алғас Булатты Салауат ҡалаһына эшкә ебәрҙеләр, ә ҡыҙ бишенсе курста уҡыуын дауам итте. Егет көн аша тиерлек ҡыҙға хаттар яҙҙы. Инде хәҙер “яратам” тип яҙырға ла тартынманы. Тик хаттарына яуап алманы. Яуапһыҙ ҡалған хаттарына үпкә һүҙҙәре лә белгертеп алды Булат. Ә онотҡанда бер ҡулына килеп эләккән хатты уҡып Фәниә бер нимә лә аңламаны. Ике арала аңлашылмаусылыҡ килеп тыуҙы. Булат ҡыҙҙы үҙенә ҡарата битарафлыҡта ғәйепләне, ҡыҙ уны… Шулай бөтөнләй аралары өҙөлдө.

Ҡыҙҙар уҡыуҙарын бөтөрөп, ҡулдарына диплом алған йәй, бүлмәләш әхирәте Рима кейәүгә сығып, Фәниәне туйына саҡырҙы. Ҡыҙ ҡыйып, ҡарашын күтәреп ҡарарға уңайһыҙланып:

– Фәниә, әхирәткәйем, иҫәркәйем минең, ғәфү ит мине! Мин һинең алда бик ғәйеплемен. Башта әйтмәҫкә лә уйлаған инем... Күңелемдәге төйөр менән, һинән бәхиллек алмай, яңы тормош башлай алмайым... Теге ваҡыт Булаттың хаттарын мин алып уҡып торҙом, һиңә бирмәнем. Уның мине бер ваҡытта ла киноға саҡырғаны булманы. Ҡала урамдары буйлап та йөрөмәнек, мин уйлап сығарҙым… Сөнки ул миңә бик оҡшай ине. Һинән биҙҙереп үҙемә ҡарата алырмын тип уйланым. Яңлышҡанмын, мөмкин булһа, ғәфү ит мине! – тине.

Фәниә һүҙһеҙ ҡалды. Башында мең төрлө уй сыуалды. Нимәлер тип яуап бирергә кәрәк Римаға, тик нимә тип әйтергә лә белмәне.

Ахры:

– Был хәҙер мөһим түгел. Үткәнгә – салауат. Һин булмаһаң икенсе берәү барыбер инер ине беҙҙең араға. Ә туйыңа барып булмаҫ, атай-әсәйемдәр янына ҡайтырға кәрәк, улар бик өлкәндәр. Һеҙ бәхетле булығыҙ! Тормош юлығыҙҙа һинең кеүектәр осрап, бутамаһын арағыҙҙы! Хуш!

Биш йылдан һуң, курсташтары менән осрашҡанда, Рима менән йәнә күреште Фәниә.

Рима:

– Ғәфү итмәгәнһең һин мине, әхирәт, бәхетһеҙ булыуымды теләгәнһең, – тине. Ирем менән айырылыштыҡ, яратманы ул мине. Аҡса эшләй белмәй. Ярай әле хет уртаҡ балабыҙ булманы… – тип бәхетһеҙлегендә Фәниәне ғәйепләне. Ана, күрәһеңме Рәйләнең ирен, түрә булып алған, ти. Теләһәм мин уны һә тигәнсе үҙемә ауҙарып ала алам , – тип Рима тулы рюмкаһын күтәреп ҡуйҙы…

– Ауҙарыуын ауҙарырһың да ул, тик үҙеңде яраттыра ғына алмаҫһың. Һин, Рима, ғәйепте ситтән түгел, ә үҙеңдән эҙлә! Әҙәм үҙ тормошон үҙе төҙөй! Нисек теләй, нисек белә! Беҙ уйлайбыҙ ғына, ә Аллаһ Тәғәләһе тормошҡа ашыра! Уның менән килешеп йәшәргә кәрәк!

– Мин һинең менән килешмәйем, әхирәт, һин әбейҙәр һымаҡ фекер йөрөтәһең. Намаҙға баҫтыңмы әллә? Ха-ха-ха! Минең шәп ир менән йәшәйһем килә! Хәйер, һеҙҙәң Булат менән хәлдәрегеҙ нисек һуң әле? Бик бәхетлеһегеҙҙер инде! Булаттың шундай ҡайнар хаттарын уҡып, илай торған инем. Миңә бер кем шундай хаттар яҙманы.

– Кеше бәхетен урлап, бәхетле булып булмай шул ул! Әгәр һине тынысландырһа, Булат менән юлдарыбыҙ аймылыш булды. Мин уның ҡайҙалығын белмәйем...

– Шулаймы ни ? Эх, һин, эшкинмәгән, ни үҙеңә, ни кешегә! Юҡҡа ғына теге ваҡыт ныҡышыраҡ булманым... Үҙе лә инде еүеш танау!..

Был осрашыуҙан кәйефе ҡырылып ҡайтты Фәниәнең.

...Башта ятаҡтан урын, аҙаҡ айырым бүлмә бирҙеләр Фәниәгә. Йәше барҙы, тик тормош офоғында кейәүгә сығырлыҡ егет осраманы. Ваҡыт үткән һайын был теләк һүнгәндән һүнә барып, көлө елгә осто. Аҙаҡ, башынан эшкә сумып, был турала бөтөнләй онотто.

Көтмәгәндә уға ике бүлмәле, кооператив фатир һатып алыу мөмкинселеге килеп сыҡты. Ауылда йәшәгән оло йәштәге атай-әсәһе менән ятаҡта бергә йәшәйбеҙ, тигән ҡағыҙ алып, оҙаҡламай ике бүлмәле фатир эйәһе лә булып китте. Башта апаһының ҡыҙын, үҙ ҡыҙындай күреп, үҙендә йәшәтеп кейәүгә биреп ебәрҙе, аҙаҡ бәләкәс улын йылы ҡанаты аҫтына алды. Ул да өйләнеп, килен фатирына киткәс, япа-яңғыҙ ҡалды. Яратҡан эшенә әүрәп, ваҡытының нисек шәп үткәнен дә һиҙмәне ул. Шул ике ара ла юғары исемдәргә лә лайыҡ булды.

 

Алтмышты ярайһы ғына үтһә лә, бик ҡанатланып эшләп йөрөй ине әле, ҡанатын ҡайырғандар. Август кәңәшмәһенән һуң, кешеләр аша ғына “эшенән попросили” тигәндәрен ишетеп ҡалғайным...  Ике пенсионер араһынан быны һайлағандар. Теге, икенсеһе – йыш ҡына ауырыған уҡытыусыны алып ҡалып, Фәниә апайға “үҙ теләге “ менән тигән ғариза яҙҙыртып, эшенән бушатҡандар. Шап-шаҡтай имән ағасын тирәккә алыштырғандар.

Хәҙер нимә эшләр? Ул башҡаса йәшәй, башҡа эш эшләй белмәй бит. Күршеһе Ынйы кеүек, эт артынан эйәреп йөрөй торған кеше лә түгел... Эйееее!.. Хәҙер иртән ҡайҙа ашығыр, уны хәҙер бер кем дә көтмәй. Бынан кире пландар яҙырға ла, дәфтәрҙәр тикшерергә лә, отчеттар бирергә лә, конкурстарҙа ҡатнашырға ла, олимпиадаларға уҡыусыларын әҙерләргә лә кәрәкмәй! Хәҙер ул бер кемгә лә кәрәкмәй! Нисек йәшәр, буш ваҡытын нимә менән тултырыр?..

***

Ғүмер тигәнең аҡҡан һыу, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр икән. Инде урамда ябалаҡлап ҡар яуа. Ап-аҡ! Был аҡлыҡты бер нимә менән дә сағыштырып булмай. Фәниә апайыма инеп сығырға ваҡыт тапмаһам да, телефондан юҡ-юҡта аралашып торабыҙ. Тауышына ҡарағанда кәйефе күтәренке, донъяһы теүәл, түңәрәк... Һуңғы ваҡыт бик ҡаты итеп ҡунаҡҡа саҡыра башланы:

– Инеп сығыр инең, һылыу, апайыңды сәпсим оноттоң, – тип үпкәһен дә белдереп ҡуйғылай...
Тоям, нимәлер әйтәһе, күрһәтәһе, ниндәйҙер эс сере менән уртаҡлашаһы килә. Киттем бер көн эштән һуң. Күстәнәскә уның яратҡан кәнфиттәре менән лимон, сәй ҙә алдым. Мине күргәс ҡыуанысының сиге булманы.

– Үт, һылыу, үт, түрҙән үт! – тип мине ҡаршы алды.

Элек уның өйө миңә һәр ваҡыт ятаҡ бүлмәһен хәтерләтә ине. Диван өҫтөндә диван, карауат… Бер аҙ тайшалған өҫтәлдәре, ултырғыстары... Ауылдан, таныш-тоноштарынан кем ҡалаға килә бөтәһен дә ихлас ҡаршы алып, асыҡ йөҙ күрһәтеп, матурлап ҡунаҡ итеп ҡайтара торған ине.
Бөгөн өйөнә саҡ ҡыйып үттем. Донъяһын яңыртҡан, һәр нәмә үҙ урынында, артыҡ бер нәмә лә юҡ! Әҙер өҫтәл артында ултырған, өлкән йәштәге ағай менән таныштырып:

– Был Булат ағайың булыр, һылыу, таныш булығыҙ! – тине. Курсташым. Шифханала осраштыҡ та бына... Ул да яңғыҙ, мин дә... Бергә йәшәргә булдыҡ. Йәш саҡта, эшләп йөрөгәндә яңғыҙлыҡ беленмәй икән ул, ә хәҙер, хәҙер бөтәһе лә башҡаса. Ул миңә, мин уға терәк , шулай ололарса яйлап ҡына ҡыштырлап йәшәп ятабыҙ. Район үҙәгендә йорто бар. Бында ҡыш, ә йәй ауылда баҡса үҫтерәбеҙ. Булаттың балаларына ярҙам итәбеҙ, үҙебеҙгә лә күңелле, – тип яңылыҡтарын сурытты ғына.

Булат ағай беҙҙең һөйләшкәнгә артыҡ ҡушылмай, ихлас йылмайып, Фәниә апайҙың студент саҡтарында булған ҡыҙыҡтарын тыңлап, көлөп, яйлап ҡына сәй эсеп ултырҙы.

Мин ҡайтырға ҡуҙғалғас, икәүләп оҙата сыҡтылар:

– Ярай һылыу, рәхмәт килеүеңә, шулай инештереп йөрө! Йәй ауылға ла алып ҡайтырбыҙ, Аллаһ бирһә! Мунса инерһең, һыу буйына сығырбыҙ...

Булат ағай өҫтәп ҡуйҙы:

– Туғаным, һин аптырама, былар ҡартайып бөткәс аҡылдарынан яҙғандар икән тип. Алтмыш йәштә, ғүмер саҡ башлана ғына икән ул! – тине.

Мине һәр ваҡыт Фәниә апайымдың яңғыҙ булыуы борсой ине. Ни өсөн шундай изге күңелле кеше бәхетһеҙ? Бында дөрөҫлөк ҡайҙа?.. Ә бит уйлап ҡараһаң, ул бер ваҡытта ла яңғыҙ, бәхетһеҙ булмаған , сөнки уның эше, уҡыусылары, ата-әсәләре, коллегалары булған! Ә хәҙер, беренсе мөхәббәте менән яҙмышы осраштырып, ҡауыштырып та ҡуйған!.. Эх, бындай хәл киноларҙа ғына була тиһәләр ҙә!.. Был тормош, ысынбарлыҡ!..

Мин бөгөн үҙемде ысын мәғәнәһендә күктең етенсе ҡатында тойҙом!

Фәниә апай, һинең бәхетең мине лә бәхетле итте!

Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА.

https://ejansura.ru

Дауылдан һуң диңгеҙ тына (хикәйә)
Дауылдан һуң диңгеҙ тына (хикәйә)
Автор:
Читайте нас в