Дим буйҙары
+13 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Май 2022, 16:11

Йәшәртеүсе битлектәр

Көн һайын иртәле-кисле төнәтмә менән таҙартып, аҙнаһына бер тапҡыр ябай ғына битлек эшләһәгеҙ, һөҙөмтәһе көттөрмәҫ. Бер нисәүһен һеҙгә тәҡдим итмәксебеҙ.

Йәшәртеүсе битлектәр
Йәшәртеүсе битлектәр

Йомортҡа менән лимон һутынан битлек
1 йомортҡаның ағын ғына алып, күпергәнсе туғығыҙ. Уға 2 – 3 тамсы лимон һуты тамыҙып, бергә болғатып, битегеҙгә һылағыҙ. 10 минуттан һуң йыуып алырға онотмағыҙ. Үҙгәреш һиҙҙегеҙме үҙегеҙҙә? Был йөҙ тиреһен шымартырға ярҙам итә.

Петрушканан төнәтмә
20 грамм петрушкаға 0,5 литр ҡайнар һыу һалып, бер сәғәт буйы төнәтегеҙ. Һыуығас, һөҙөп алып, битегеҙҙе һөртөп алығыҙ. Был майлы тире өсөн кәңәш ителә. Ә ҡороһона шундай уҡ ысул менән аҡ сәскәнән эшләгеҙ.

Бәпембәнән төнәтмә. 
Бәпембәнең ағартыу үҙенсәлектәре уникаль. Бер ус бәпембә сәскәләренә бер стакан ҡайнар һыу һалырға. Төнәтмә һыуынғас, һөҙөргә һәм шешәгә һалырға. Мамыҡ тампоны ярҙамында һипкелдәр күберәк бул-ған урындарҙы иртән һәм кис һөртөргә. Был төнәтмәне һыуытҡыста боҙ кубиктары итеп туңдырырға һәм шулар менән иртән битте һөртөргә мөмкин.

Һипкелдәрҙе бөтөрә һәм бит тиреһен тонуслай, шешенгәнде бөтөрә.

https://vk.com/bashkortvk

Йәшәртеүсе битлектәр
Йәшәртеүсе битлектәр
Автор:
Читайте нас: