Дим буйҙары
+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Май 2022, 09:34

Сөйәл үләненең файҙаһы

Май үләненән шифалы сәйҙәр, төнәтмәләр эшләй торған мәл етте. Әле сөйәл үләне сәскә ата. Уның исеменән үк күренеүенсә (русса чистотел) тире ауырыуҙарына файҙаһы ҙур. Бынан тыш та уның файҙалы үҙенсәлектәре етерлек. 

Сөйәл үләненең файҙаһы
Сөйәл үләненең файҙаһы

Ағыулы үлән булһа ла, самаһын белеп ҡулланһаң эсәк, ҡан тамырҙарын таҙартып, эстә үҫкән "сөйәлдәрҙе" лә бөтөрә. Киста, полип, хатта рак ауырыуҙарын да еңә ул. Был үләндән ике төрлө төнәтмә әҙерләргә була.

Тәүгеһе сөйәл үләненән квас: 3 литр эремсек һыуына (сыворотка) бер ус йәш үләнде (кипкәне булһа 1 стакан) марляға урап төшөрәбеҙ, 1 стакан шәкәр һалып йылы урынға ултыртабыҙ. Әгәр эремсек һыуы ҡайнатылған булһа, 1ҡалаҡ ҡаймаҡ болғайбыҙ, һөт әсетеүсе бактериялар үрсеһен өсөн. Шишмә һыуын ҡулланырға ла була, уға ла бер ҡалаҡ ҡаймаҡ һалабыҙ. Мин үҙе ултырып ойоған һөттән һөҙмә һыуын ҡулланам. Ике аҙнанан хуш еҫле емеш еҫтәре генә сығып торған эсемлек әҙер була. Ағыуы ла ҡалмай, әсе тәме лә юҡҡа сыға. Тәүҙә көнөнә 3 тапҡыр берәр ҡалаҡтан башлап ашауҙан ярты сәғәт алда эсәбеҙ, яйлап яртышар стаканға еткерәбеҙ. Кәмегән һайын үләнен алмаштырмай ғына һыу йә эремсек һыуы өҫтәп тороп ике ай буйы эсергә була. Ошо эсемлекте эсеп оҙаҡ йылдар ыҙалатҡан аллергиянан ҡотолоусылар бар. Ашҡаҙан, эсәк, нервы, тире, баш ауырыуҙары, гипертония, язванан ҡотолорға ярҙам итә, иммунитетты нығыта, организмды шлактарҙан, тоҙҙарҙан таҙарта был шифалы эсемлек.
Икенсе ысул: сөйәл үләнен ит турағыстан үткәреп ике ҡат марля аша һутын һығабыҙ ҙа таҙа банкаға һалып холодильникта һаҡлайбыҙ. Күптәр ошо һутты спиртҡа ҡушып һаҡлай, мин ҡушмайым, яҙға тиклем һәйбәт һаҡлана. Ҡыш ангина, грипп ваҡытында йылымыс 0,3 стакан һыуға ярты балғалаҡ һалып тамаҡты, танауҙы сайҡатабыҙ. Үҙем антибиотик урынына берәй йотом эсеп тә ебәрәм, ярҙамы тиҙ тейә. Танауҙы ғына сайҡатып йөрөп тә гайморитты бөтөрөүселәр бар.

Тағы бер рецепт: Көнөнә ике тапҡыр ярты стакан һыуға 5 тамсы сөйәл үләне һутын һалып эсәбеҙ, көн һайын берәр тамсыға арттыра барабыҙ, 40 тамсыға еткәс кире кәметә башлайбыҙ. Бер курсты эсеп бөткәс, 40 көн ял итәбеҙ.

Билдәле үләндәр менән дауалаусы Рим Ахмедов сөйәл үләнен сәскә ата башлаған сағында, асыҡ урындарҙан түгел, ә күләгәрәк урындарҙан, ай тулғандан һуң бер аҙ ваҡыт үткәс, кискеһен йә болотло көндә йыйырға кәңәш итә.

Үләнде күп итеп йыйыу ҙа кәрәкмәй, 0,5 банка сок беҙҙең 6 кешелек ғаиләгә яҙға сыҡҡансы артығы менән етә. Уны бит стаканлап эсмәйбеҙ, тамсылап ҡына ҡулланабыҙ. Ә файҙаһы һөйләп-яҙып бөткөһөҙ ныҡ ҙур.

Фото: herbalwiki.ru

https://gazeta-toratau.ru

 

Сөйәл үләненең файҙаһы
Сөйәл үләненең файҙаһы
Автор:
Читайте нас: