Дим буйҙары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Май 2022, 17:35

Ағайым аңлаһын ине!..

Ағайыма 18 йәш тулғас уның менән йәшәй башланыҡ. Уйламағанда ҡурҡыныс хәбәр ишеттем. Мин сабый саҡта әсәйем мине биҙрәлә батырып үлтерергә уйлаған, тик 12 йәшлек ағайым күреп тартып алған...

Ағайым аңлаһын ине!..
Ағайым аңлаһын ине!..

Мин эскесе ғаиләһендә тыуып үҫкәнмен. Аслы-туҡлы баласағымды насар хәтерләйем. Был һәйбәттер ҙә. Сөнки насар хәтирәләр күңелдә йәшәргә тейеш түгел. Ағайыма 18 йәш тулғас уның менән йәшәй башланыҡ. Уйламағанда ҡурҡыныс хәбәр ишеттем. Мин сабый саҡта әсәйем мине биҙрәлә батырып үлтерергә уйлаған, тик 12 йәшлек ағайым күреп тартып алған һәм әсәйемдән мине үҙенә биреүен ялбарған. “Ҡустымды үҙем ҡарап үҫтерәм”,-тигән.

Һәм ысынлап та мин һәр саҡ ағайымдың хәстәрлекле ҡарашын тойоп йәшәнем. Алама кейенеп йөрөһәк тә, беҙҙе мәктәптә бер кем рәнйетә алманы. Сөнки ағайымдың йоҙроғонан ҡурҡалар ине. Ағайым 15 йәшендә үк эшләй башланы, беҙ уның менән айырым йәшәйбеҙ. Минең яҡшы уҡыуымды талап итте, институтҡа индерҙе. Ағайым төҙөлөш бригадалары төҙөп һәйбәт аҡса эшләй. Тик һуңғы осор ниндәйҙер проблемаһы булһа, әҙ-әҙләп араҡы эсеп тыныслана. Был мине бик борсолдора. Һөйләшеп ҡараным, ағайым йылмая ла ҡуя. Ә бит уның һөйләүенсә, беҙҙең ата-әсәйебеҙ ҙә ҡасандыр бик яҡшы йәшәгән, тәүҙә әҙләп эскән, унан эскесегә әүерелгән. Миңә 22 йәш, бер йотом да иҫерткес эсемлек эсеп ҡарағаным юҡ. Ағайым өсөн бик борсолам. Ул аңлаһын ине мине.

Д.

Һүрәт интернеттан.

hakmar.ru

 

Ағайым аңлаһын ине!..
Ағайым аңлаһын ине!..
Автор:
Читайте нас: