Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
1 Июнь 2022, 07:16

Һөтлөкәйҙәр

Был тәмлекәстәрҙе әҙерләр өсөн 400 гр он, 200 гр шәкәр, 100 гр маргарин, 1 йомортҡа, 80 мл һөт, 10 гр разрыхлитель, 2 гр ванилин алына.

ҺөтлөкәйҙәрҺөтлөкәйҙәр
Һөтлөкәйҙәр

Маргарин бүлмә температураһында булһын. Уны шәкәр менән туҡыйбыҙ. Унан йомортҡа, һөт һәм разрыхлитель өҫтәйбеҙ.

Хәҙер инде яйлап ҡына он өҫтәргә сират етте. Ҡамыр йомшаҡ ҡына булырға тейеш.

Әҙер ҡамырҙы 6-7 миллиметр ҡалынлыҡта йәйәбеҙ. Формалы бысаҡтар менән киҫеп сығабыҙ.

Әҙер коржиктарҙы противенға һалып, 180 градус эҫелектәге духовкала 15 минуттай бешереп алабыҙ.

Әҙер коржиктарҙың өҫтөнә шәкәр пудраһы һибеп сыҡһаң, тәмлерәк тә, матурыраҡ та була.

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!

hakmar.ru

Һөтлөкәйҙәр
Һөтлөкәйҙәр
Автор:
Читайте нас