Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
12 Июль 2022, 00:54

Туҡранбаш үләне

Бар тәбиғәттең күкрәп сәскә атҡан мәле. Йыбанмай, дарыу үләндәрен йый ҙа йый.

Туҡранбаш үләнеТуҡранбаш үләне
Туҡранбаш үләне

Бар тәбиғәттең күкрәп сәскә атҡан мәле. Йыбанмай, дарыу үләндәрен йый ҙа йый. Клевер сәскәһенең файҙаһын барығыҙ ҙа беләме? Ҡырҡ төрлө сиргә дауа клевер. Ҡаҡырыҡты сығарыу, йүтәлде йомшартыу, организмдағы микробтарға ҡаршы көрәшеү һәләтенә эйә. Аҙ ҡанлылыҡтан,  бронхиаль астманан, гастриттан шифаһы бар. Ҡатын-ҡыҙ сирҙәренән ауыртыуҙы баҫа, геморройҙы дауалау үҙенсәлеге бар. Ҡан баҫымы уйнамаған саҡта, клевер төнәтмәһе атеросклерозды (ҡан тамырҙарын тарайыуын) дауалағанда ҡулланырға мөмкин.

Рәсми медицинала клевер сәскәһенән яһалған препараттар вегетатив ҡан тамыры ауырыуын, эмоциональ-психикаға бәйле сирҙәрҙе дауалағанда ҡулланыла.

Йүткергәнә, һалҡын тейгәндә бер аш ҡалағы клевер сәскәһенә бер стакан ҡайнар һыу ағыҙып, йылы урында ике сәғәт төнәткәндән һуң, һөҙөп, ашар алдынан ярты сәғәт алда өскә бүлеп эсергә. Цистит менән сирләгәндә бер аш ҡалағы сәскәне ярты литр һыуҙа ҡайнатырға ла, һәр ике сәғәт һайын өс ҡалаҡ эсергә кәрәк. Быуындар һыҙлағанда, ревматизм йонсотҡанда өс аш ҡалағы клевер үләнен марляға бәйләп, ҡайнар һыуҙа бешекләйҙәр ҙә, тәнде бешермәҫлек булып һыуынғас, ҡайнар килеш кенә быуынға ябып бәйләп ҡуялар.

Дарыу үләне менән ҡуллана башлағансы, врач менән кәңәшләшегеҙ.

kungak.ru

 

Туҡранбаш үләне
Туҡранбаш үләне
Автор:
Читайте нас