Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
13 Июль 2022, 01:43

“Урал батыр” ял базаһы буласаҡ

Әбйәлил эшҡыуарының бизнес-проекты нисек тормошҡа ашырыла?

“Урал батыр” ял базаһы буласаҡ“Урал батыр” ял базаһы буласаҡ
“Урал батыр” ял базаһы буласаҡ

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проектына ярашлы, төбәк йүнселдәренә бар яҡлап ярҙам күрһәтелә. 

Руслан Шәғәлин проекты менән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә 2022 йылда сығыш яһай. Бизнес-проектҡа ярашлы, бында тюбинг-трасса эшләү, ҡунаҡтар өсөн тирмәләр, кафе-ҡунаҡханалар, балалар майҙансыҡтары, бағыр үрсетеү өсөн быуа булдырыу ҡаралған. Әле төҙөлөш әүҙем бара. Яһалма мәмерйә, балыҡ тотоу өсөн быуа эшләнгән, инеү урыны ла әҙерләнә. 

– Турист базаһын боронғо ҡәлғә стилендә эшләргә булдым. Ял урыны ҡыҙыҡ булһын, иҫтә ҡалһын, ә беҙҙең “Урал батыр” ял базаһында төшкән фотолар йәмле Әбйәлил районы хаҡында матур хәтирәләр һаҡлар. Был проектты тормошҡа ашырғас, ҡунаҡтарҙы йыл әйләнәһенә ҡабул итеү өҫтөндә эшләргә ниәтләйбеҙ, – ти Руслан Шәғәлин.

“Бындай инвестиция проекттары район халҡы һәм ҡунаҡтар өсөн бик ҡыҙыҡ. Асҡар ауылында урынлашҡан ял базаһында эш урындары ла булдырыла. Эшҡыуар менән һөйләшеп, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа күрһәтелгән ярҙам саралары менән таныштырҙыҡ. Руслан тағы ла инвестиция проекттарын бойомға ашырыр, тигән өмөттәмен. Уның идеялары күп, беҙ уларҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итербеҙ”, – ти бизнес-шериф Артур Дәүләтбаев.

Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проектына ярашлы атҡарыла. Билдәле булыуынса, был милли проект биш федераль проекттан тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.

Фото: Әбйәлил районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.  

#национальныепроекты#нацпроекты
https://bashgazet.ru

“Урал батыр” ял базаһы буласаҡ
“Урал батыр” ял базаһы буласаҡ
Автор:
Читайте нас