Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
17 Июль 2022, 17:39

Милли ризыҡтарыбыҙ

Башҡортостан аҙыҡ-түлек етештереүселәре Мәскәүҙә уҙған “Рәсәй тәмдәре” гастрономия фестивалендә ҡатнаша. Республикабыҙҙың күрһәтерлек һәм фестиваль ҡунаҡтарын һыйларлыҡ ризыҡтары күп – киң билдәле башҡорт балы, үлән сәйҙәре һәм сироптар.

Милли ризыҡтарыбыҙМилли ризыҡтарыбыҙ
Милли ризыҡтарыбыҙ

Башҡортостандан фестивалдә дүрт етештереүсе ҡатнаша: эшҡыуарҙар Алмаз Мөхәмәтшин һәм Сергей Яковлев, шулай уҡ “Архангел ҡайнатмалары” һәм “Өфөсәй” компаниялары.

“Рәсәй тәмдәре” гастрономия фестивале 14 июлдә башланды һәм бөгөн, 17 июлдә, тамамлана. Унда илебеҙҙең 65 төбәгенән 300-гә яҡын бренд ҡатнаша. Башҡортостан тауарҙары урынлашҡан сауҙа нөктәһе фестивалдең үҙәк майҙанының береһендә урынлашҡан – Горький паркында. Йәрминкәнән тыш, бында фуд-корт, ижади, кәсепселек һәм кулинария оҫталыҡ дәрестәре ойошторолған, артистар сығыш яһай һәм башҡалар.

Әлбиттә, фестивалдә ҡатнашыу Башҡортостан компанияларына һәм эшҡыуарҙарына үҙҙәрен күрһәтергә, танытырға булышлыҡ итә. Был иһә - Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) ғәмәлгә ашырыуға беҙҙең республика индергән сираттағы аҙым.    

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы сайты.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты

https://bashgazet.ru

Милли ризыҡтарыбыҙ
Милли ризыҡтарыбыҙ
Автор:
Читайте нас