Дим буйҙары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Июль 2022, 08:22

Сурағол урамы ҡайҙа?

Ә һеҙ был башланғысҡа – шәхестәр иҫән саҡта уларҙың исемен мәңгеләштереүгә нисек ҡарайһығыҙ?

Сурағол урамы ҡайҙа?
Сурағол урамы ҡайҙа?

Башҡорт һәм татар халҡының яратҡан йырсы-шағиры Рәмил Сурағолов Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Аҡташ ауылында тыуып үҫкән. Бәләкәй генә боронғо башҡорт ауылында уны айырыуса яраталар, хөрмәт итәләр. Рәмил Мотаһар улы тыуған төйәген сикһеҙ һөйә, ауылдаштарына оло ихтирам менән ҡарай.

Был фотоны ул тыуған ауылы Иҫке Аҡташта үҙ исеме менән аталған урамда төшкән.

“Үлгәс түгел, тере саҡта

Даһи булһын даһиҙар.

Тормош ваҡлығынан өҫтөн

Сурағолдар, Рәмилдәр”,

- тигән юлдар бар Рәбит Фәтхиҙең Рәмил Сурағоовҡа арнап яҙған шиғырында.

Ә һеҙ был башланғысҡа – шәхестәр иҫән саҡта уларҙың исемен мәңгеләштереүгә нисек ҡарайһығыҙ?

Фото: vk.com/churagul

Сурағол урамы ҡайҙа?
Сурағол урамы ҡайҙа?
Автор:
Читайте нас: