Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
19 Июль 2022, 14:12

Мәтрүшкә күп сиргә дауа

Һары мәтрүшкә лә – бик күп ауырыуҙарға дауа. Халыҡ мәтрүшкәне юҡҡа ғына "99 ауырыуҙан дауалау үләне" тип атамаған. Унан төнәтмәләр ҙә, шифалы май ҙа яһарға була.  

Мәтрүшкә күп сиргә дауаМәтрүшкә күп сиргә дауа
Мәтрүшкә күп сиргә дауа

Зәңгәр мәтрүшкә  (душица обыкновенная) – күп йыллыҡ  үҫемлек, бейеклеге 30 – 80 см, июль-август айҙарында сәскә ата, август-сентябрҙә  емеше өлгөрә. Мәтрүшкә ҡорораҡ ерҙә, урман ситендә, тау биттәрендә, йылға буйҙарында үҫә.

Ҡышҡылыҡҡа һаҡлар өсөн 20 – 30 сантиметр оҙонлоҡта ҡырҡып алып, яҡшы елләтелгән ерҙә киптерәләр. Бәйләме менән һаҡлағанда – бер йыл, ваҡлап, ныҡ ябылған үтә күренмәле һауытта тотһаң, өс йылға тиклем ҡулланырға була.
Зәңгәр мәтрүшкәнең файҙаһы ифрат ҙур. Ул тәбиғи антибиотик булып һанала. Сос­тавында корвалол, аскорбин кисло­таһы, эфир майҙары күп. Ул тән температураһын төшөрә, йүткергәндә ярҙам итә, артыҡ холестеринды ҡыуа. Уны шулай уҡ нервы ауырыуҙарынан, ҡан баҫымы юғары булғанда, атеросклероздан һәм башҡа осраҡтарҙа ҡулланалар.Теш һыҙлағанда әҙерәк сәйнәһәң һыҙлауҙы баҫа.

 Һары мәтрүшкә (зверобой). Һары мәтрүшкә лә – бик күп ауырыуҙарға дауа. Халыҡ уны юҡҡа ғына "99 ауырыуҙан дауалау үләне" тип атамаған. Психикаға яҡшы тәьҫир итә, депрессиянан ҡотолорға ярҙам итә. Уны бөрөштөрөүсе, ялҡынһыныуға һәм микробтарға ҡаршы сара булараҡ ҡулланалар. Халыҡ медицинаһында элек-электән ваҡланған һары мәтрүшкә япраҡтарын яралар тиҙерәк уңалһын өсөн ябалар. Һары мәтрүшкә йәй башында сәскә ата. Уның составында дуплау матдәләре, эфир майы,  глицерин, витаминдар бар. Төнәт­мәһе бөйөр, ашҡаҙан, эсәк, бауыр, үт ҡыуығы ауырыуҙарына  ҡаршы, ауыҙҙы сайҡатыу өсөн файҙаланыла. 

Әммә һары мәтрүшкәнең төнәтмәһен оҙаҡ эсергә ярамай,тән температураһы, ҡан баҫымы юғары булғанда ла төнәтмәне эсмәй торорға кәңәш итәләр. Башҡа дарыуҙар эскәндә лә тыйылып торорға кәрәк.

Мәтрүшкәне йөклө ҡатындарға ҡулланыу кәңәш ителмәй, сөнки аналыҡты ҡыҫҡарта, бала төшөү, сабыйҙың ваҡытынан алда тыуыу ҡурҡынысын арттыра. Ир-аттар күп ҡулланһа, енси көсһөҙлөккә килтерә.

- Ашҡаҙан ауыртҡанда 1әр ҡалаҡ кесерткән, юл япрағы, һары мәтрүшкә, ромашка сәскәһен 1 литр ҡайнар һыуҙа бешерергә һәм 2 сәғәт йылы урында төнәтергә, 1-әр стаканлап, көнө буйына литр ярым эсергә.

- Бер аш ҡалағы ҡоро мәтрүшкәгә 1 стакан ҡайнаған һыу ҡойоп, ут өҫтөндә ҡайнатып сығарырға, унан тағы 10 – 15 минут һүрән утта тоторға кәрәк. Һуңынан һыуытып, һөҙөп ҡуйыла. Был ҡайнатманы йоҡоһоҙлоҡтан интеккәндә ҡулланырға була. Ул ваҡытта ярты стакан мәтрүшкә төнәтмәһенә бер сәй ҡалағы бал һалып эсеү кәңәш ителә. Депрессия, хәлһеҙлек ваҡытында, арығанлыҡты бөтөрөү өсөн дә мәтрүшкәне ҡулланырға була. Ябай сәйнүккә 1 сәй ҡалағы мәтрүшкә, 2-3 сәй ҡалағы йәшел сәй һалырға кәрәк. Йыш көйһөҙләнә торған балаларға ла мәтрүшкә һалып төнәтелгән сәй бирәләр.

- Майҙы нисек әҙерләргә? Сәскәһен (яңы йыйылған булһа, һөҙөмтәһе ҙурыраҡ) быяла банкаға тығыҙлап тултырып, өҫтөнә сыҡҡансы таҙартылған көнбағыш йәки зәйтүн майы ҡоялар. Артабан һауытты ныҡлап ябып, ҡояш яҡшы төшкән урында бер ай тоторға. Әгәр ҙә майҙы ҡайнатып һалаһығыҙ икән - тиҙерәк. Әҙер майҙың төҫө ҡара сейәнеке кеүек булырға тейеш. Ошондай хәлгә еткәс, уны яҡшылап ҡат-ҡат һөҙөп, тағы бер тәүлеккә ҡалдыралар. Һуңғы аҙым: аҫтағы төпһәһен ҡуҙғатмайынса, өҫтәге үтә күренмәле майҙы ипләп кенә икенсе һауытҡа (ҡара быялалы) ҡойоу. Иҫкәрмә: уны йылдан ашыу һаҡларға ярамай.

Был майҙы танау тонған саҡта һалырға, антисептик рәүешендә тирегә һөртөп тә ҡулланырға була. Ауыртыуҙы баҫыу, тынысландырыу кеүек үҙенсәлеккә эйә. Тағы бер файҙалы яғы бар: ҡыш ҡул кибеп, ярылып йонсотһа, һары мәтрүшкә майы бик килешә.

Дарыу үләндәрен йыйғанда белергә тейешле ҡағиҙәләр:

 *Дарыу үләндәрен ҡоро һәм ҡояшлы көндә йыйыу яҡшы.

*Дарыу үләндәренең һабаҡтарын һәм япраҡтарын, сәскәләрен үҫемлек сәскә атҡан осорҙа, ә орлоҡ һәм емештәрен улар өлгөрөп еткәс, иртән йәиһә киске яҡта йыйыу файҙалы. Өлгөрмәгән емеш һәм орлоҡтоң сифаты насар була, дарыу яһарға ярамай.

*Дарыу өсөн яраҡлы үлән тамырҙарын ғәҙәттә көҙ көнө йыялар.

*Әгәр ҙә дарыу өсөн үҫемлектең бөтә өлөшөн йыйырға кәрәк икән, уны сәскә атыу осоронда йыялар. Шулай ҙа мәтрүшкә, әрем, юл япрағы һ.б. ҡайһы бер дарыу үләндәрен ике йыл аша, ландыш кеүектәрҙе өс һәм дүрт йыл аша йыйырға кәңәш ителә.

*Үҫемлектең бөрөһөн, сәскәләрен һәм япраҡтарын ҡайсы менән киҫеп алыу уңайлы.

*Үҫемлектең тамырын бысаҡ йәки көрәк менән ҡаҙып алалар.

*Тамырҙарҙы киптерер алдынан таҙа һыуҙа йыуалар, эрерәктәрен, тиҙ кипһен өсөн буйға яралар, бер нисә өлөшкә арҡылыға киҫәләр.

*Дарыу үләндәрен киптерергә ҡуйғандан һуң ҡулдарҙы һабын менән яҡшылап йыуырға кәрәк.

Дарыуҙар булмағанда, өй шарттарында «йәшел аптека» йәки «тере аптека»ның булыуы бик уңайлы. Ләкин дарыу үләндәрен дә табип ҡушыуы буйынса ғына файҙаланырға икәнлеген онотмаҫҡа кәрәк.

Сығанаҡ: https://vatantat.ru

 

Мәтрүшкә күп сиргә дауа
Мәтрүшкә күп сиргә дауа
Автор:
Читайте нас