Дим буйҙары
+25 °С
Ясна
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Июль , 20:10

Луганскиға төҙөлөш материалдары ебәрелде

Бөгөн “Башсельхозтехника” дәүләт унитар предприятиеһының Аэропорт ҡасабаһындағы базаһынан Луганск Халыҡ Республикаһында йәшәүселәргә 16-сы гуманитар ярҙам автоколоннаһы оҙатылды. Колонна составында – төҙөлөш материалдары тейәлгән өс фургон.

Луганскиға төҙөлөш материалдары ебәрелде
Луганскиға төҙөлөш материалдары ебәрелде

Сарала “Берҙәм Рәсәй” партияһы төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов һәм республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров ҡатнашты.

Колонна составында – сэндвич-панелдәр, нығытыу элементтары, тимер профилдәр һәм башҡа төҙөлөш материалдары булған өс фургон.

Төҙөлөш материалдары М.М. Шайморатов исемендәге 22-се Петровское мәктәбендә ремонт эштәрен атҡарыу өсөн кәрәк. Йөктөң дөйөм массаһы – 24,5 тонна. Колоннаны Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының ике машинаһы һәм Башҡортостандың янғынға ҡаршы хеҙмәте оҙатып бара.

“Әле Петровское мәктәбенә төҙөлөш материалдары алып барыу графикка ярашлы атҡарыла. Дөйөм белем биреү ойошмаһында капиталь ремонт тиҙҙән тамамлана һәм балалар уҡый аласаҡ”, - ти Руслан Насретдинов.

Фото: bashkortostan.er.ru

https://bashgazet.ru

Луганскиға төҙөлөш материалдары ебәрелде
Луганскиға төҙөлөш материалдары ебәрелде
Автор:
Читайте нас в