Дим буйҙары
+25 °С
Ясна
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Июль , 20:38

Йәй йәме – сәскәләр

Аҙнай ауылында йәшәүсе Лилиә һәм Ирек Ноғомановтарҙың баҡсаһы аллы-гөллө сәскәләргә күмелгән.

Йәй йәме – сәскәләр
Йәй йәме – сәскәләр

Йәйге матурлыҡҡа тағын да йәм өҫтәп, баҡсаларҙа сәскәләр күҙҙе иркәләй. Ноғомановтарҙың ҡапҡаһынан килеп кергәс тә, үҙеңде гүзәллек иленә эләккәндәй хис итәһең. Бөгөнгө көндә уларҙың баҡсаһында ниндәй генә сәскәләр үҫмәй. Урамдан үтеүселәр ҙә был йорт тирәһенән тыныс ҡына үтеп китә алмайҙыр, моғайын.

- Мин бала саҡтан уҡ сәскәләр, баҡса үҫтереү менән ҡыҙыҡһынам, сөнки әсәйем Сәриә Хәләф ҡыҙы ғүмер буйы “Дим” совхозында йәшелсә үҫтереүсе булды,- тип һүҙен башланы Лилиә Фәрүәз ҡыҙы. – Орлоҡтарҙы һатып та, почта аша ла яҙҙырып алам һәм иртә яҙҙан уҡ өйҙә ултыртам. Беренселәрҙән булып, май башында тюльпан-ләләләрем һөйөндөрә, унан иристәр асыла, уларҙың 12 төрөн үҫтерәм. Унан крокус, нәркәстәр баш ҡалҡыта, ландыш та шул вакытта сәскә ата. Пиондарҙың дүрт төрө, ә гортензияларҙың алһыу, аҡ һәм шәмәхә төҫтәгеләре бар.

Әлеге мәлдә сәскәләрҙең бар тулылығында балҡып, хуш еҫ бөркөп ултырған сағы. Өй янындағы түтәлдә аҡ ромашкалар, петуния, циния, флокс, георгин, сальвия, львиный зев, вербена, күк ҡыңғырауҙар, хризантема, ҡәнәфер, калла сәскәләре күҙ яуын алып ултыра. Бордюр буйлап теҙелеп киткән портулак, ҡояш төҫө булған бәрхәт сәскәләре күҙҙе иркәләй. Лилиә Ноғоманова уларҙың һәр ҡайһыһы тураһында һөйләп, тағы ла эустома, бадан, алиссум, колеус, астильба, энотера кеүек әллә ниндәй ятыраҡ сәскәләрҙең исемен атарға өлгөрҙө. Эйе, сәскәләр ҙә ҙур хеҙмәт емеше шул. Тирә-йүнгә матурлыҡ, кәйеф өләшеүсе ал, ҡыҙыл, зәңгәр, һары төҫтәрҙәге сәскәләргә ҡараған һайын ҡарағы килә.

- Сәскәләрҙе үҙем өсөн үҫтерәм, улар өсөн аҡса йәлләмәйем. Һәр иртәлә баҡсаға күҙ һалыу ғәҙәтемә ингән, сәскәгә йомарланғандарының таждары асылһа – һөйөнәм, - ти баҡсала эшләүҙән ял да, күңел тыныслығы ла тапҡан хаҡлы ялдағы Лилиә Фәрүәз ҡыҙы.

Үҙе лә сәскә исемен йөрөткән гүзәл заттың иң яратҡаны – лилиәләр, улар баҡса түрендә өйкөм-өйкөм булып ултыра. Берәүҙәре күптән инде атып бөтһә, “царьские кудри” сағыу төҫө менән иғтибарҙы үҙенә тарта. Ҡуйы ҡыҙыл, аҡ төҫтәге лилиәләр бына-бына таждарын асырға йыйына.  

Сәскәләр батшалығында Лилиә Фәрүәз ҡыҙы үҙе етәкселек итә. Бында һәр миҙгелгә сәскә ата торған гөлдәр сиратлаштырып ултыртылған, шуға ла баҡса яҙҙан алып ҡара көҙгәсә йәмен юғалтмай.

- Розаны нәҙберек гөлдәр рә­те­нә кертәләр. Ул ҡояш нурҙары төшә торған, асыҡ, әммә ел һуҡмай торған урынды ярата. Былтыр розаларым туңғайны, яңынан ултыртырға тура килде, уларҙы ла үҙ ваҡытында асырға һәм көҙгөһөн яҡшылап ҡапларға кәрәк. Агератумдың үҙен генә ултыртыу бигүк килешеп бөтмәй, шулай уҡ гөл-сәскәләрҙең ҡояшлы йәки күләгәле урында яҡшыраҡ үҫеүен иҫәпкә алырға кәрәктер һәм уларҙы ултыртҡанда бер аҙ үҙ фантазияңды ҡушыу мөһим, - тип, кәңәштәрен дә бирә тәжрибәле сәскә үҫтереүсе. 

Ауыл ерендә мал-тыуар аҫрау, баҡса үҫтереү күп көс талап итә. Лилиә ханыма тормош иптәше, шулай уҡ байрам, йәйге ялдар осоронда тыуған йортҡа ҡайтҡан ҡыҙҙары Эльвина һәм Лениза ярҙам итә. 

Ноғомановтар ғаиләһе 25 сутый ерҙә төрлө емеш-еләк ағастарын да үҫтерә. Ҡыҙарып бешкән емештәре менән ымһындырып торған сейә ағастарынан арыраҡ виноград, ҡарағат, ҡурай еләге ҡыуаҡтары, алмағастар теҙелеп киткән. Һәр саҡ яңылыҡҡа ынтылған хужалар ике төрлө сливаға өҫтәп, быйыл алһыу төҫтәгеһен дә ултыртҡан. Аулаҡ мөйөштә ял итеү өсөн беседка ҡуйылған. Бар ғаилә бергә йыйылғанда, үҙҙәренең тырыш хеҙмәте булған емеш-еләктән ауыҙ итеп, хуш еҫле сәскәләр янында самауыр сәйе эсеп, ысын күңелдән ял итә улар.  

Ләйлә Ғүмәрова.

Автор фотолары.

Йәй йәме – сәскәләр
Йәй йәме – сәскәләр
Йәй йәме – сәскәләр
Йәй йәме – сәскәләр
Йәй йәме – сәскәләр
Автор:Гумерова Л
Читайте нас в