Дим буйҙары
+25 °С
Ясна
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Июль , 19:29

Ҡурай еләгенән ҡайнатма

Уңған хужабикәләр төрлө еләк-емештәрҙән ҡайнатмалар эшләп ҡышҡылыҡҡа әҙерләй башлағандарҙыр, моғайын. Ҡурай еләгенән әҙерләнгән был ҡайнатма ашарға ла тәмле, сиробы ла һалҡын тейгәндән бик файҙалы.

Ҡурай еләгенән ҡайнатма
Ҡурай еләгенән ҡайнатма
Әлеге вареньены әҙерләгәндә еләктәр ҙә бөтөн көйө ҡала, шәкәр ҙә күп талап ителмәй. Еләктәр тәме лә һаҡлана. Ҡайнатыу өсөн 1 килограмм еләккә, 0,5 килограмм шәкәр ҡомо алына.
 
Нисек ҡайнатырға:
1. Ҡурай еләген таҙартабыҙ, йыумайбыҙ.
2. Эмаль кастрүлгә бер ус ҡурай еләген беренсе ҡат итеп һалабыҙ.
3. Өстөнә шәкәр ҡомо, тағын бер ҡат ҡурай еләген һалабыҙ.
4. Шулай бөткәнсе һала барабыҙ.
5. Ҡурай еләге ситкә һыу сығарғансы шәкәр ҡомо менән ҡушылғанды көтөп торабыҙ.
6. Унан һуң кәстрүлде талғын утҡа ҡуябыҙ.
7. Ҡайнатып сығарабыҙ, әкрен генә болғатып ебәрәбеҙ.
8. Ҡайнап сыҡҡандан һуң, 5 минут тотабыҙ ҙа, уттан алабыҙ. Күбеген алырға ла онотмайбыҙ. Вареньены банкаларға тултырабыҙ ҙа, одеал менән ҡаплап, һыуытабыҙ.
Ҡышҡыһын тәмле һәм файҙалы ризыҡ менән һыйланырға ғына ҡала.
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын, дуҫтар!
Ҡурай еләгенән ҡайнатма
Ҡурай еләгенән ҡайнатма
Автор:
Читайте нас в