Дим буйҙары
+25 °С
Ясна
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Август , 10:18

"Ҡыҙыл бәрхәт" торты

Ҡамыр өсөн 340 грамм он, 300 грамм шәкәр, 1 аш ҡалағы какао, 1/4 сәй ҡалағы тоҙ, 1 балғалаҡ сода, 2 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс, 3 йомортҡа, 300 мл көнбағыш майы,  300 мл кефир, 2 сәй ҡалағы ҡыҙыл төҫлө аҙыҡ буяуы (краситель) кәрәк буласаҡ.

"Ҡыҙыл бәрхәт" торты
"Ҡыҙыл бәрхәт" торты

Ҡамырҙы эшләүе бик еңел. 
1. Һауытҡа шәкәр, он, какао, сода, тоҙ, йомшартҡыс һалып бөтәһен бергә бутарға.
2. Артабан йомортҡа, көнбағыш майын өҫтәргә.
3. Иң аҙаҡ кефир менән ҡыҙыл аҙыҡ буяуын ҡушып миксер менән туғырға. Ҡамыр шыйығыраҡ килеп сығасаҡ (ҡыҙғылт төҫтәгеһе). Ҡурҡмағыҙ, шулай булырға тейеш.
4. Әҙер ҡамырҙы 15-20 минутҡа ултыртып торорға.
5. Форманың ситен майларға һәм төбөнә пергамент ҡағыҙын түшәргә.
6. Ҡамырҙы 2 өлөшкә бүлеп 170 градуста 40-50 минут бешерергә . Бисквиттың әҙер булыуын шпажка таяҡсаһы менән тикшереп ҡарарға мөмкин.

7. Бисквит әҙерәк һыуына биргәс, шыптырға урап 2 сәғәткә һыуытҡысҡа һалып торорға.
8. Бисквиттарҙы һыуытҡыстан сығарғас, ипләп кенә бысаҡ менән өҫкө өлөшөн ҡырҡып алырға (сөнки бисквиттың урта өлөшө өҫкә ҡалҡып бешеүе ихтимал).
9. Бисквиттарҙы крем менән һылап йыйырға кәрәк.

Крем өсөн: эремсекле сыр - 340грамм, аҡ май - 115 грамм, шәкәр пудраһы - 100грамм, ванилин - 10 грамм.

Бөтә ингридиенттарҙы һауытҡа һалып, миксер менән 5-7 минуттуғырға. Крем әҙер.


Сығанаҡ һәм фото: vk.com

yanshishma.com

"Ҡыҙыл бәрхәт" торты
"Ҡыҙыл бәрхәт" торты
Автор:
Читайте нас в