Дим буйҙары
+25 °С
Ясна
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Август , 15:53

Башҡортостанда экотуризм әүҙем үҫеш ала

Ғәмәлдәге глэмпингтар исемлегендә - 38 туристик объект

Башҡортостанда экотуризм әүҙем үҫеш ала
Башҡортостанда экотуризм әүҙем үҫеш ала

Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, төбәк биләмәһендә ял итергә теләгәндәр өсөн уңайлы булһын өсөн министрлыҡ ғәмәлдәге глэмпингтар исемлеген төҙөнө. Унда 38 туристик объект инде. Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү”, “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекттарына (национальные проекты “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”, “Туризм и индустрия гостеприимства”) ярашлы күрһәтелгән дәүләт ярҙамы яңы локациялар асыу йәһәтенән ҙур әһәмиәткә эйә.

– Ысынлап та, Башҡортостанда экотуризм әүҙем үҫеш ала. Беҙҙә глэмпинг кеүек ял төрөн ойоштороу өсөн матур урындар бик күп, шуға күрә ошо йәһәттән бизнесты үҫтереү мөмкинлеге ҙур. Тәүге объект республикабыҙҙа 2020 йылда асылған. Күсмә отелдәр селтәрен үҫтереү туристарҙы күпләп йәлеп итеүгә, яңы эш урындары булдырыуға, бюджетҡа һалым керемен арттырыуға булышлыҡ итәсәк, – тине эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

Әйткәндәй, глэмпингтар исемлеге менән Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы сайтында танышырға була. Документ даими тулыландырыла. Мәҫәлән, яҡын арала республиканың төрлө райондарында ошондай бер нисә объект асыу планлаштырыла.

#национальныепроекты#нацпроекты

https://bashgazet.ru

Башҡортостанда экотуризм әүҙем үҫеш ала
Башҡортостанда экотуризм әүҙем үҫеш ала
Автор:
Читайте нас в