Дим буйҙары
+25 °С
Ясна
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Август , 10:29

Юрий Шатунов иҫтәлегенә - аҡ розалар аллеяһы

"Ласковый май" төркөмө солисы, "Белые розы", "Седая ночь", "Детство" кеүек хиттарҙы башҡарған яратҡан йырсыбыҙ Юрий Шатунов иҫтәлегенә Күмертау ҡалаһында Аҡ розалар аллеяһы булдырыласаҡ.

Юрий Шатунов иҫтәлегенә - аҡ розалар аллеяһы
Юрий Шатунов иҫтәлегенә - аҡ розалар аллеяһы

Был турала ҡаланың мэры Олег Фролов хәбәр иткән. Белеүебеҙсә, Юра Шатунов Күмертау ҡалаһында тыуып, шунда ғүмеренең тәүге йылдарын үткәргән. Ошо йылдың 23 июнендә йөрәк сиренән вафат булған данлыҡлы яҡташыбыҙға тыуған ерендә һәйкәл ҡуйыу тураһында ла һүҙ булғайны. Ләкин ҡала советында кәңәшләшкәндән һуң, ни тиһәң дә, йырсы Күмертауҙа тыуһа ла, унда оҙаҡ йәшәмәгән, һуңынан да килеп йөрөмәгән, тип Аҡ розалар аллеяһы асыу менән сикләнергә булғандар. 

Әле урыны билдәләнә, киләһе йылда асыласаҡ, тиҙәр. Аҡ розалар аллеяһы үҙе үк Юрий Шатуновҡа һәйкәл кеүек булыр ул...

Фото: http://pianinoty.com/wp

"Йәншишмә" гәзитенән.

Юрий Шатунов иҫтәлегенә - аҡ розалар аллеяһы
Юрий Шатунов иҫтәлегенә - аҡ розалар аллеяһы
Автор:
Читайте нас в