Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
9 Август 2022, 03:56

Сербияға 20 тонна бал оҙатылған

Бал һатыу менән шөғөлләнгән компания үҙенең тауарын экспортҡа сығарыуға киткән юл сығымдарын ҡаплауға финанс ярҙамы алды.

Сербияға 20 тонна бал оҙатылғанСербияға 20 тонна бал оҙатылған
Сербияға 20 тонна бал оҙатылған

Башҡортостандың Экспортҡа ярҙам үҙәге “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының тышҡы баҙарға экспортҡа тәғәйенләнгән тауарын ташыуға финанс ярҙам” хеҙмәтен күрһәтә башланы. “МЕДОВЗ” компанияһының Сербияға 20 тонна балды сығарыуға киткән сығымының 80 процентын ҡайтарғандар.

Үҙәк Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә ташыуға киткән сығымдарҙың 80 процентын ҡаплай.

Яңы хеҙмәт тауарҙы ташыуға булышлыҡ итеү һәм ғәмәлгә ашырыуҙы ойоштороуҙы, тейәү һәм бушатыу, тауарҙы сорттарға айырыу, туплау, берләштереү, маркировкалау, төрөү кеүек мәшәҡәттәрҙе үҙ эсенә ала.

– Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы күрһәткән ярҙам сараһынан айырмалы рәүештә, унда сит илгә сығарылған тауарҙың сығымын аҙаҡ ҡаплайҙар, был хеҙмәт экспортсыларға тауар ташыған компаниялар менән килешеү төҙөгән саҡта уҡ күрһәтелә, – тип уртаҡлашты Башҡортостандың тышҡы бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

Был ярҙам менән файҙаланыу өсөн республика биләмәһендә теркәлгән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттың яуаплылығын тәьмин иткән экспорт контрактының булыуы мөһим. Шулай уҡ ойошма федераль йәки республика бюджетынан тауар ташыуға бәйле сығымдарҙы ҡаплау буйынса ярҙам менән файҙаланмаған булырға тейеш.

Тулыраҡ мәғлүмәтте Экспортҡа ярҙам үҙәге белгестәре аша алырға мөмкин: телефон – +7 347 246 89 28, электрон почта –  khabibullina.ki@bashkortostan.ru.

Экспортсыларға ярҙам Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: https://vk.com/foreignrb?w=wall-172755270_1617.

#национальныепроекты#нацпроекты
https://bashgazet.ru

Сербияға 20 тонна бал оҙатылған
Сербияға 20 тонна бал оҙатылған
Автор:
Читайте нас