Аделина барыһын да Физкультурниктар көнө менән ҡотланы.
“Был - минең һөнәри байрамым, минең өсөн ул ҙур мәғәнәгә эйә, сөнки спорт – минең бөтә тормошом. Бөгөнгө сараның төп бурысы – республиканың мөмкин тиклем күберәк халҡын физик культураға һәм сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итеү. Бында ҡатнашҡандарға һаулыҡ һәм үҙ рухына тура килгән әүҙемлекте табыуҙы теләйем. Спортҡа тура килмәгән кешеләр юҡ, үҙ спорт төрөн таба алмағандар ғына бар тип иҫәпләйем. Бөгөн бында юғары һөҙөмтәгә өлгәшкән спортсыларҙы, шулай уҡ иң яҡшы спорт мәктәптәрен билдәләйәсәктәр. Республика яғынан шундай иғтибар бирелеүе һәйбәт”, – тине ул.
Олег Яровиков фотоһы.
Сығанаҡ: https://bashgazet.ru