Дим буйҙары
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Август 2022, 15:53

Лимон менән ҡыяр тоҙлау

Был рецепт менән тоҙланған ҡыяр тәмле, кетерҙәп тора, оҙаҡ һаҡлана.  

Лимон менән ҡыяр тоҙлау
Лимон менән ҡыяр тоҙлау

       1 литрлы стерилләнгән  банкаларға (башҡа банкаларға тоҙларға ла була) 1-әр укроп, сейә япрағы, 1-2 см самаһы керән тамыры, 1 тырнаҡ һарымһаҡ, 2-3 хуш еҫле түңәрәк борос һалып, ҡыярҙарҙы тултырырға. Ҡайнар һыу ҡойеп, 15-20 минут тоторға һәм был һыуҙы түгергә.

 Тозлоҡ әҙерләү:

(1 литрлы банкаға): 0,5 л һыуға 1 аш ҡалағы тоҙ, 2 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, 0,5 сәй ҡалағы лимон кислотаһы һалып, ҡайнап сыҡҡас, ҡыяр өҫтөнә ағыҙырға. Ҡыяр янына 1 лимон телеме лә һалырға мөмкин. 

http://aktanysh-rt.ru

Лимон менән ҡыяр тоҙлау
Лимон менән ҡыяр тоҙлау
Автор:
Читайте нас: