Дим буйҙары
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Август 2022, 14:43

Тоғро дуҫты юғалтыу (хикмәтле хикәйәт)

Ата менән әсә баланың хәлен белеп сығайыҡ әле тип, өйгә инеп барғанда, сабыйҙың бүлмәһенән эттең килеп сығыуын күрәләр, уның ауыҙ тирәһе ҡып-ҡыҙыл ҡан була. 

Тоғро дуҫты юғалтыу (хикмәтле хикәйәт)
Тоғро дуҫты юғалтыу (хикмәтле хикәйәт)

Үҙҙәрен яңғыҙ тоймаҫ өсөн, ир менән ҡатын овчарка көсөгөн ала. Уны үҙ улдары һымаҡ яраталар. Көсөк, үҫеп, бик матур һәм аҡыллы эткә әйләнә һәм күп тапҡыр хужаларының мөлкәтен бурҙарҙан һаҡлап ҡала. Ул тоғро, ышаныслы була.

Эт алғандан һуң ете йыл үткәс, ғаиләлә бик оҙаҡ көтөлгән бала тыуа. Ир һәм ҡатын үҙҙәрен бик бәхетле тоя. Бөтә буш ваҡытын сабыйына арнайҙар, ә эткә бер тамсы ла иғтибар ҡалмай. Бахыр хайуан, үҙен берәүгә лә кәрәкмәй тип уйлап, хужаларын баланан көнләшә.

Бер ваҡыт ата-әсә йоҡлаған баланы өйҙә ҡалдырып, үҙҙәре ишек алдында нимәлер эшләй. Аҙаҡ баланың хәлен белеп сығайыҡ әле тип, өйгә инеп барғанда, сабыйҙың бүлмәһенән эттең килеп сығыуын күрәләр, уның ауыҙ тирәһе ҡып-ҡыҙыл ҡан була. Ә үҙе бик ҡәнәғәт, хатта ҡойроғон болғап. Хужаларына табан килә. Атай кеше, ғәҙәттәгесә, иң насарын уйлап, стенала эленеп торған мылтыҡты тиҙ генә ала ла этте ата. Шунан улар бала эргәһенә ташлана. Инһәләр, сабый сәңгелдәгендә рәхәтләнеп, иҙрәп йоҡлап ята. Ә бишек эргәһендә генә ҡот осҡос ҙур, башы өҙөлгән йыланды күрәләр. Хужалар был хәлгә шаңҡып, аптырап ҡала. Шунан ир ҡайғылы тауыш менән, күҙ йәштәрен һөртә-һөртә:

- Мин үҙемдең иң тоғро дуҫымды үлтерҙем, - ти.

Эйе, ысынлап та, беҙ йыш ҡына дуҫтарыбыҙҙа яңылышабыҙ. Шуға күрә бер ваҡытта ла һығымтаны ашығып яһамағыҙ, ете тапҡыр үлсәп, бер ҡабат киҫергә тырышығыҙ. 

"Башҡортостан календары'нан.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Тоғро дуҫты юғалтыу (хикмәтле хикәйәт)
Тоғро дуҫты юғалтыу (хикмәтле хикәйәт)
Автор:
Читайте нас: