Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
16 Август 2022, 08:13

Ҡатлы алма бәлеше

Уны "Терентьевка" йәиһә "Антоновка" сортлы алмаларҙан бешергәндә, бигерәк тә тәмле килеп сыға.  

Ҡатлы алма бәлешеҠатлы алма бәлеше
Ҡатлы алма бәлеше

Алманы турағансы башта ҡамыр баҫырға (быны алма ҡараймаһын шулай эшләргә).
Ярты стакан һөткә 3 аш ҡалаҡ үҫемлек майы, 1 йомортҡа, бер семтем тоҙ менән шәкәр ҡомо, ярты сәй ҡалағы ҡамыр йомшартҡыс һалырға һәм бик үк ҡаты итмәйенсә генә ҡамыр баҫырға.
Уны полиэтилен ҡапсыҡҡа һалып торорға ла, алманы турарға. Артабан ҡамырҙы 3 өлөшкә бүлеп, тәүҙә шуның береһен табаға йәйеп һалырға ла өҫтөнә алма теҙеп сығырға. Уға мул ғына итеп шәкәр ҡомо һәм бер аҙ ғына манный һибергә. Шунан өҫтөнә икенсе киҫәк ҡамырҙы йәйеп ябырға ла, тағын туралған алма теҙергә. Беренсе ҡаттағы кеүек үк, шәкәр ҡомо менән манный ҙа һибергә. Шунан өсөнсө киҫәк ҡамырҙы йоҡа ғына итеп йәйеп өҫтөнә ҡапларға. Һуңынан матур ғына итеп ситтәрен бөгөп сығырға.
Бәлеште 25-30 минутҡа мейескә ҡуйырға. 15 минут самаһы үтеүгә, аш-һыу бүлмәһенә тәмле алма еҫе тарала башлай. Пирогты мейестән йөҙө килә башлау менән үк алырға. Алма бәлеше, ғәҙәттә, һыуынғас тәмле була.

https://intertat.tatar

Ҡатлы алма бәлеше
Ҡатлы алма бәлеше
Автор:
Читайте нас