

Юғары уҡыу йорттары ғалимдары һәм донъя кимәлендәге Евразия белем биреү үҙәге фәнни ойошмалары коллективы - Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһының фәнни-методик етәкселеге ҡарамағындағы Башҡорт дәүләт университеты менән Өфө дәүләт нефть техник университеты - тарафынан геохимия съемкаһының комплекслы технологияһы булдырылған. Уның ярҙамында нефть һәм газдың яңы ятҡылыҡтарын табыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Хәҙер Башҡортостан ғалимдары танылыу алды, саралар Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығының “Өҫтөнлөк – 2030” программаһы буйынса тормошҡа ашырыла.
Уникаль технологияның төп өҫтөнлөгө – аҙ сығымлы булыуы (эҙләү быраулауы өсөн сығымдар талап ителмәй) һәм техника өсөн ауыр үтелгән урындарҙы билдәләү мөмкинлеге.
- Беҙ пассив адсорбция алымын комплекслы технология итеп күрһәттек: оригиналь модуль – сорберҙар әҙерләүҙән алып, съемка үткәреү, тикшереүҙәр, математик эшкәртеүҙәр, алынған ареалдар буйынса нефттең һәм газдың ятыуын баһалауға тиклем, - тине проект етәксеһе, ӨДНТУ-ның “Физик һәм органик химия“ кафедраһы мөдире Альбина Бадикова.
Ғалимдар тәжрибә модуль-сорберҙарҙы билдәле рәүештә тупраҡҡа 10-14 көнгә урынлаштыра. Артабан сорберҙағы трубкалар углеводородты идентификациялау өсөн тикшерелә. Алынған һөҙөмтәләр математик статистика программалары ярҙамында эшкәртелә һәм ошо рәүешле картала нефть һәм газ ятҡылығы булыуы ихтимал участкалар барлыҡҡа килә.
- Беҙҙең тикшеренеү командаһында төрлө профиль белгестәре бар. Был иһә геология, химия, математика менән бәйле ҡатмарлы мәсьәләләрҙе һөҙөмтәле хәл итергә ярҙам итә, - тип өҫтәне Альбина Бадикова.
Шуны ла билдәләү мөһим, ошондай тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнгән Рәсәй компаниялары, ғәҙәттә сит илдән материалдар ҡуллана, улар иһә йыш ҡына тулы хеҙмәттәр пакетына тоташтырыла һәм хаҡты ла, башҡарыу ваҡытын да арттыра. Яңы технологияны яланда һынау һөҙөмтәләре сәнәғәт аналогтары менән сағыштырғанда юғары һөҙөмтәлелек күрһәтте. Был эш менән Рәсәй һәм сит илдәрҙән индустриаль партнерҙар ҡыҙыҡһыныу белдерҙе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәге 2020 йылдың декабрендә конкурс һайлауы еңеүсеһе булды һәм үҫешкә федераль ярҙам алды.
Был саралар “Фән” милли проекты (национальный проект “Наука”) сиктәрендә алып барыла һәм Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырыуға ла булышлыҡ итә.
Фото:Башҡортостан Хөкүмәте сайты.
#национальныепроекты#нацпроекты
https://bashgazet.ru