

Өй шарттарында кетчуп
1,5 кг помидор, 0,5 кг алма, аш һеркәһе, тоҙ, әсе борос.
Помидор менән алманы яҡшылап йыуып, ит үткәргестән аша сығарабыҙ. 1 сәғәт ҡайнатып, әлеге массаны иләктән үткәрәбеҙ. Шуға 60-100мл 9 процентлы аш һеркәһе, 100гр шәкәр ҡомо, 3 сәй ҡалағы тоҙ, 1 сәй ҡалағы төйөлгән әсе ҡыҙыл борос һалып, яҡшы итеп болғатып, тағы 10-15 минут ҡайнатабыҙ. Кетчупты банкаларға тултырып, тимер ҡапҡас менән ябабыҙ.
Ҡышҡылыҡҡа салат
2 кг помидорҙы, 5-6 татлы боросто ит үткәргестән аша сығарабыҙ. 3 кг таш ҡабаҡты шаҡмаҡлап турайбыҙ. Бөтәһен бергә бутап, 2 аш ҡалағы тоҙ, 1,5 стакан шәкәр ҡомо, 0,5 стакан үҫемлек майы, 5-6 дана ҡара борос, ҡәнәфер ҡушып, ҡайнатырға ҡуябыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, 30 минут бешерәбеҙ. Стерилләнгән банкаларға тултырып, тимер ҡапҡас менән ябабыҙ.
Аджика
1-әр кг кишер, татлы борос, алма (антоновка), 4 кг помидор, ярты стакан тоҙ, 2 стакан таҙартылған һарымһаҡ, 1,5 стакан үҫемлек майы, 2-3 дана әсе борос. Барыһын бергә ит үткәргестән аша сығарырға һәм 30-40 минут бешерергә, стерилләнгән банкаларға ҡойорға.
Кәбеҫтә менән тоҙланған помидорҙар
Кәбеҫтәне һаламлап турарға, кишерҙе ҡырғыс аша үткәрергә, ваҡ ҡына итеп болғар боросон турарға, һарымһаҡты иҙергә. Бөтәһен бергә ҡушырға. Стерилләнгән 3 литрлы банканың иң төбөнә лавр япрағы, 5-6 дана ҡара борос, укроп һалырға. Помидорҙарҙы тултырабыҙ, һәр рәтенә кәбеҫтәне һалып барырға. Өҫтөнә ҡайнар тоҙлоҡ ҡойорға. 15 минут стерилләргә. Тимер ҡапҡастар менән ябып, өҫтөн йылы әйбер менән ҡапларға. Тоҙлоҡ: 1 литр һыуға: 2 аш ҡалағы тоҙ, 3 аш ҡалағы шәкәр, 1 сәй ҡалағы 9 процентлы аш һеркәһе.
Корейса кишер менән ҡыяр салаты
2 кг ҡыярҙы ҡулсалап турайбыҙ, 0,5 кг кишерҙе ҡырғыс аша үткәрәбеҙ, шуға 2 аш ҡалағы тоҙ, яртышар стакан үҫемлек майы, аш һеркәһе, шәкәр ҡомо, 1 сәй ҡалағы иҙелгән һарымһаҡ, 1 ҡап корейса кишер өсөн тәмләткес өҫтәп, ике сәғәткә ҡалдырып торорға. Һуңынан банкаларға тултырып, 10 минут стерилләргә. Өҫтөн тимер ҡапҡас менән ябырға.
“Тәмле” салаты
3 кг помидор, 1-әр кг һуған, кишер, татлы борос алына. Ошоларҙы турап, бутайһың да, 3 аш ҡалағы тоҙ, 1-әр стакан шәкәр ҡомо, үҫемлек майы, 1,5 аш ҡалағы аш һеркәһе һалып, 40 минут ҡайнатаһың. Стерилләнгән банкаларҙың төбөнә 3-4 дана ҡара борос һалып, салатты тултыраһың. Тағы ун минут кәстрүлгә ултыртып стерилләйһең.
Татлы помидорҙар
Был рецепт аш һеркәһе ярамағандар өсөн ҡулайлы булыр, моғайын. Стерилләнгән 3 литрлы банкаларҙың төбөнә һарымһаҡ, 5-6 дана ҡара борос, ҡәнәфер һалабыҙ һәм помидор менән тултырабыҙ. Өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоп, һыуынғанын көтәбеҙ. Һыуҙы түгәбеҙ. Банкаға 5 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, 2 аш ҡалағы тоҙ, 1 сәй ҡалағы лимон кислотаһы һалабыҙ һәм өҫтөнә тағы ҡайнар һыу ҡоябыҙ. Өҫтөн тимер ҡапҡас менән ябып, банкаларҙы баш түбән ҡуябыҙ.
Помидор менән боростан лечо
2-шәр кг помидор, татлы борос, 2 аш ҡалағы тоҙ, 1 аш ҡалағы шәкәр ҡомо алына. Помидорҙарҙы ярымҡулсалап ту-рап, эмаль кәстрүлдә 5 минут ҡайна-талар. Боросто һаламлап турап, өҫтөнә 1 стакан һыу ҡойоп, айырым кәстрүлдә 10 минут ҡайнаталар. Һуңынан помидор менән борсото бергә ҡушып, тоҙ, шәкәр ҡомо өҫтәп, тағы 5 минут ҡайнатып, стерилләнгән банкаларға тултыралар.
Алма менән татлы боростан лечо
0,5 литрлыҡ ун банкаға 4 кг борос, 1 кг алма кәрәк. Маринад өсөн: 1 литр һыуға 40 г шәкәр ҡомо, 30 г тоҙ, 100 г 9 процентлы аш һеркәһе, 1 сәй ҡалағы төйөлгән дәрсен (корица). 0,5 литрлыҡ банкаларҙы 20 минут, 1 литрлыларын 25 минут стерилләргә.
Боросто орлоғонан таҙартып, дүрт өлөшкә бүләләр һәм ҡайнар һыуға 2-3 минутҡа төшөрөп алалар. Алмаларҙы дүрт өлөшкә бүлеп, уларҙы ла 1-2 минутҡа ҡайнар һыуға һалырға, һыуытырға. Банкаларға борос менән алманы алмашлап тултырабыҙ. Өҫтөнә ҡайнар маринад ҡойоп, стерилләйбеҙ.
Фото:
https://salauat.ru