Дим буйҙары
+30 °С
Облачно
Общие статьи
22 Августа 2022, 17:39

Ағыу таратыусылар тотолған

Республика Эске эштәр министрлығының наркотик матдәләр әйләнешен контролдә тотоу идаралығы оперативниктары менән Дәүләкән районы полицияһы хеҙмәткәрҙәре енәйәт урынында ике "закладсыны" - ир менән ҡатынды тотҡан. 

Ағыу таратыусылар тотолғанАғыу таратыусылар тотолған
Ағыу таратыусылар тотолған

Ырымбур өлкәһендә тыуып үҫкән 43 йәшлек ирҙе Благовещен районында сираттағы йәшерен урынға наркотиктар йәшергән ваҡытта тоталар. Уның менән бергә элекке ҡатыны ла була. 39 йәшлек ҡатындың сумкаһында синтетик матдә менән 70 төргәк табылған.

Оператив-эҙләү саралары барышында 215 "закладка"ның урыны асыҡланған. Законһыҙ әйләнештән йәмғеһе 150 грамдан ашыу "синтетика" сығарылған.

Билдәле булыуынса, айырылышҡас та аралашыуҙы дауам иткән ир менән ҡатын бер ҡайҙа ла эшләмәгән, еңел генә юл менән матди хәлдәрен яҡшыртыр өсөн интернет-магазинға наркотиктарҙы таратыусы булып эшкә ингән. Тыйылған тауарҙы күмәртәләп алып, төргәктәргә төргәндәр, йәшерен "закладка"ларҙы Өфө, Әлшәй, Благовещен, Дәүләкән һәм Дүртөйлө райондарында яһағандар.

Әле енәйәтселәр һаҡ аҫтында. 

Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.

ye102.ru

Ағыу таратыусылар тотолған
Ағыу таратыусылар тотолған
Автор:
Читайте нас