Дим буйҙары
+30 °С
Облачно
Общие статьи
23 Августа 2022, 00:05

Сәй табынына - абрикослы пирог

Сезонлы емештәрҙән тәмле пирогтар бешерергә өлгөрөп ҡалығыҙ.

Сәй табынына - абрикослы пирогСәй табынына - абрикослы пирог
Сәй табынына - абрикослы пирог

Кәрәк буласаҡ: 120 г аҡ май, 40 мл һөт, 3 йомортҡа, 165 г шәкәр ҡомо, 1,5 балғалаҡ ҡамыр ҡабартҡыс, абрикостар, 150 г он.

Әҙерләү: майҙы сәнске ярҙамында иҙергә һәм шәкәр ҡомо менән бутарға. Әлеге ҡатнашмаға берәмләп йомортҡа өҫтәргә. Шунан һуң һөт һалырға һәм он менән ҡамыр ҡабартҡыс (разрыхлитель) ҡушырға. Тығыҙыраҡ ҡамыр килеп сығырға тейеш.

Абрикостарҙы урталайға киҫәбеҙ. Табаны яҡшылап майлағандан һуң, ҡамырҙы йәйәбеҙ. Ҡамыр өҫтөнә абрикос теҙәбеҙ. Пирогты 180 нрадус эҫелектә бешереп алырға. Һыуынғас өҫөтән шәкәр пудраһы һибергә.

selnivi.ru

 

Сәй табынына - абрикослы пирог
Сәй табынына - абрикослы пирог
Автор:
Читайте нас