

Юлға сығыр алдынан яугирҙәр экологик өмә үткәрҙе, тирә-яҡтағы урмандарҙы сүп-сарҙан таҙартты, уларға ярҙам иткән техник персоналды тыуған көнө менән ҡотланы. Бер көн ҡалғас, батальондарҙа бригаданың хәрби байрағын тапшырыу тантанаһы үтте.
– Башҡорт батальоны составында булыу һәм «Шайморатовсы» исемен ғорур йөрөтөү – минең өсөн ҙур мәртәбә! – ти яугирҙәрҙең береһе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022 йылдың майында Хәрби диңгеҙ флотының диңгеҙ пехотаһы һәм махсус тәғәйенләнештәге отряды ветерандары башҡорт батальонын ойоштороу тәҡдиме менән сығыш яһағайны. Был идеяны башҡа ветеран берләшмәләре лә, республа халҡы ла хуплап сыҡты. Теләүселәр күп булғас, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәм Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемендәге ике батальон ойошторолдо. Республика уларҙы форма, бронежилеттар, каскалар, көнкүреш әйберҙәре һәм башҡалар менән тәьмин итте.
Башҡортостан батальондары яугирҙәре араһында башлы кешеләр күп, шуға күрә хөкүмәткә, кадрҙар хеҙмәтенә тыныс тормошҡа ҡайтҡандан һуң уларҙы эшкә урынлаштырыу тураһында уйларға кәрәк, тип билдәләне Радий Хәбиров.