Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
29 Август 2022, 02:29

Халыҡ дауаһы

Шиңмәҫгөл (бессмертник) - был үләндән әҙерләнгән  препараттар  үт, ашҡаҙан һәм ашҡаҙан аҫты биҙе һутының  бүленеп сығыуын көсәйтә,  ауыртыуҙы баҫа, үттең составын яҡшырта,  бактерияларға ҡаршы көрәшеү үҙенсәлегенә эйә.

Халыҡ дауаһыХалыҡ дауаһы
Халыҡ дауаһы

 Шулай уҡ бауыр һәм үт юлдары ауырыуҙарын дауалауҙа  ҡулланалар.Бынан тыш, үт һәм бәүел ҡыуығында таш булғанда, колиттан, гастриттан, эс ҡатыуҙан, һалҡын тейеүҙән, йүтәлдән, атеросклероздан, подагра һәм ревматизмдан  файҙаһы бар.

Төнәтмәһен тәүбәндәгесә әҙерләргә мөмкин:

  • Бер ҡалаҡ киптерелгән сәскәһенә  бер  стакан ҡайнар һыу ҡойоп, эмалле һауытта, ҡапҡасын ябып,  ярты сәғәт төнәтергә. Шуны өскә бүлеп, ашарҙан ярты сәғәт алда эсергә.
  • Бер стакан киптерелгән сәскәһенә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, эмалле һауытта 10 минут ҡайнатырға.  Һөҙөп,  көнөнә ике – өс тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда, үт ҡыуыу сараһы булараҡ,  ½  стакан эсергә.
  •  
  • Фото https://yandex.ru/images/search?po
  • ye102.ru

 

Халыҡ дауаһы
Халыҡ дауаһы
Автор:
Читайте нас