+30 °С
Болотло


Башта фасолде тоҙло һыуҙа бешереп алабыҙ. Бешер-бешмәҫ хәлгә инеү менән уттан алабыҙ.
Боросто орлоғонан таҙартып, һаламлап турайбыҙ. Кишерҙе ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Помидорҙы ит турағыстан үткәрәбеҙ. Аҙаҡ барыһын бергә бутап, тоҙ, шәкәр һәм май өҫтәп, һүрән утта бешерергә ултыртабыҙ. Ҡайнап сыҡҡандан һуң йәнә 30 минут бешерәбеҙ әле. Бешерҙән 10 минут алда уксус ҡоябыҙ.
Әҙер салатты стерилләнгән банкаларға тултырп, ҡапҡасын нығытып ҡуябыҙ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле, ҡышығыҙ йәйле булһын!