Дим буйҙары
+5 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Сентябрь , 21:26

Был сир бигерәк тә ҡайһы райондарҙа йыш теркәлә?

“Берҙәм Рәсәй” онлайн-лекторий тыңлаусыларына геморрагик биҙгәк тураһында һөйләнеләр

Был сир бигерәк тә ҡайһы райондарҙа йыш теркәлә?
Был сир бигерәк тә ҡайһы райондарҙа йыш теркәлә?

31 августа “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһендә илдең санитар ҡалҡанын ойоштороуға арналған дүртенсе сара ойошторолдо. Тема “Бөйөр синдромы менән геморрагик биҙгәк: Башҡортостан Республикаһында килеп сығыу сәбәптәре, эҙемтәләр, иҫкәртеү саралары, дауалау” булды.

Модераторҙар “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан буйынса бүлексәһе етәксеһе Руслан Насретдинов, Башҡортостанда “Сәләмәт киләсәк” федераль партия проекты координаторы, Рәсәй Дәүләт Думаһының Һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты ағзаһы Римма Үтәшева булды. Руслан Насретдинов бөгөн иҫкәртеү сараларын күҙәтеү мөһим икәнлеге хаҡында әйтте һәм лекторийҙы тыңлаусыларға ныҡлы сәләмәтлек теләне.

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин һуңғы ваҡытта бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк сирҙәренең артыуы хаҡында әйтте. “Башҡортостан был сир өсөн эндемик зона булып тора. Уның үҫеше бигерәк тә Өфө, Стәрлетамаҡ, Бөрө, Тәтешле райондарында күҙәтелә”, - тине Айрат Рәхмәтуллин.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Республика балалар клиник үҙәге баш табибы Рөстәм Әхмәтшин үҙ сиратында был сир менән балаларҙың нисек ауырыуы хаҡында һөйләне. Семинарҙа Республика йоғошло сирҙәр клиник дауаханаһы баш табибы Азат Мөхәмәтйәнов та ҡатнашты.

“Онлайн-лекторийҙарҙы 2020 йылда коронавирус инфекцияһы башланғанда асҡайныҡ. Әммә беҙ ковид ҡына түгел, халыҡ сәләмәтлеге менән бәйле башҡа темаларға ла лекциялар уҡыйбыҙ. Бөгөн көнүҙәк һәм халыҡта әйтелгән  “сысҡан” биҙгәге тураһында һөйләштек”, - тип белдерҙе Римма Үтәшева.

Фото: health.bashkortostan.ru

https://bashgazet.ru

Был сир бигерәк тә ҡайһы райондарҙа йыш теркәлә?
Был сир бигерәк тә ҡайһы райондарҙа йыш теркәлә?
Автор:
Читайте нас в