Дим буйҙары
+5 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Сентябрь , 12:18

Баҡсасы кәңәштәре

Кишерҙе алырға ашыҡмаҫҡа ла ярай, сөнки ул сентябрь аҙаҡтарына тиклем етешә. Ә инде өҙлөкһөҙ ямғырҙар йонсотһа йәки ярыла башлаһа, мәленән алда ҡаҙып алыуҙан башҡа сара юҡ.

Баҡсасы кәңәштәре
Баҡсасы кәңәштәре

Сөгөлдөр һәйбәт һаҡланһын өсөн һабағын ҡул менән бороп өҙмәгеҙ, ә төбөн 1-1,5 сантиметр оҙонлоғонда ҡалдырып, бысаҡ менән киҫегеҙ. Тамыраҙыҡты йыуырға ярамай. Ҡышҡылыҡҡа һаҡларға һалыр алдынан ҡоро һалҡынса урында бер нисә көн тотоп алыу файҙалы. Сөгөлдөрҙөң тиҙ арала ашай торғанын һыуытҡыста 0-2 градус йылыла полиэтилен тоҡсайҙарҙа һаҡларға мөмкин. Тик тоҡсайҙың ауыҙы асыҡ ҡалырға тейеш.
* * *
Һуғанды, йәй ямғырлы булһа, ныҡ киптерергә кәрәк. Һаҡларға һалырҙан алда бер-ике аҙна 30 – 35 градус йылы температурала тотоп алыу мөһим. Һабағын 4-5 сантиметр самаһы ҡалдырығыҙ, ҡыҫҡа ҡырҡылһа, төрлө инфекция үтеп инеп, һуғанды серетеүе ихтимал. Ике-өс градус йылылыҡта һуған һәйбәт һаҡлана, оҙағыраҡ ята.
* * *
Кишерҙе алырға ашыҡмаҫҡа ла ярай, сөнки ул сентябрь аҙаҡтарына тиклем етешә. Ә инде өҙлөкһөҙ ямғырҙар йонсотһа йәки ярыла башлаһа, мәленән алда ҡаҙып алыуҙан башҡа сара юҡ. Шунда уҡ һабаҡтарын ҡырҡырға кәрәк. Тик ҡул менән түгел, ә төбөнәсә бысаҡ менән. Һаҡларға һалыр алдынан кишерҙе йыуырға мөмкин. Ләкин аҙаҡ бер-ике көн ышыҡта киптереп алыу фарыз. Был йәшелсә мөгәрәптә бер-ике градус йылы температурала полиэтилен тоҡсайҙарҙа йәки таҙа ҡом һалынған йәшниктәрҙә һәйбәт һаҡлана.
* * *
Картуфты ҡаҙып алғас та 12—16 градус йылыла 15 – 20 көн тирәһе ҡоро ҡараңғы урында тоторға кәрәк. Шунан боҙолған, ҡырҡылғандарын айырып алып, һәйбәттәрен генә һаҡларға һалырға мөмкин. Дөрөҫ үҫтерелгән, ваҡытында ҡаҙып алынған картуф өй шарттарында ла яңы йылға тиклем һәйбәт һаҡлана. Тик ул ҡараңғы урында торорға тейеш. Шулай ҙа мөгәрәпкә йәки баҙға ҡуйыу хәйерлерәк. Араларына һарымһаҡ бүлкәләрен һалырға була.

shonkar.com

Баҡсасы кәңәштәре
Баҡсасы кәңәштәре
Автор:
Читайте нас в