+17 °С
Болотло
Һуғанды ваҡлап турайбыҙ ҙа көнбағыш майында ҡыҙҙырабыҙ. Шунан үткәрелгән ит ҡушабыҙ Бүрттерелгән дөгө ярмаһы һалабыҙ, тәменсә тоҙ, борос
өҫтәп болғатабыҙ. Эслек әҙерләнгәнсе ҡабаҡтың эсен алабыҙ, тоҙ һибеп сығабыҙ. Ҡабаҡтан килеп сыҡҡан “һауыт”тарға эслек тултырабыҙ.
Помидорҙы турап, майлы табала бер аҙ ҡыҙҙырабыҙ, ҡаймаҡ өҫтәйбеҙ. Һыу менән ондо болғатып, шулай уҡ табаға ҡоябыҙ, тоҙлайбыҙ. Соус ҡайнап сыҡҡас, уттан алабыҙ. Тултырылған ҡабаҡтарҙы майлы табаға урынлаштырып, өҫтөнә соус ҡойоп, 180-200 градус эҫелектәге мейескә ҡуябыҙ. 30-40 минуттан файҙалы һәм тәмле ризыҡ әҙер.
Башҡортостан календарынан.