Дим буйҙары
+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Сентябрь 2022, 18:14

Башҡортостандан офицер-танкист үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булды

Бөгөн Өфөлә Украинала махсус хәрби операция ваҡытында һәләк булған хәрбиҙәрҙең туғандарына Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградаларын тапшырыу уҙҙы.

Башҡортостандан офицер-танкист үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булды
Башҡортостандан офицер-танкист үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булды

Ил президенты Указы менән хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы өсөн өлкән лейтенант Игорь Леонидович Нәсибуллинға үлгәндән һуң Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме бирелде.

Нәсибуллин Игорь Леонидович 1995 йылдың 14 июлендә Курск өлкәһе Дмитриев ҡалаһында хәрби ғаиләһендә тыуған. 

2001 йылда Биробиджан ҡалаһында беренсе класҡа уҡырға барған. 2002 йылда (атаһы запасҡа сыҡҡандан һуң) ғаилә Башҡортостанға, тыуған төйәге – Яңауыл районы Иҫке Вәрәш ауылына йәшәргә ҡайтҡан.

Офицерҙың ата-әсәһенә Рәсәй Геройы йондоҙон Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев тапшырҙы.

Шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы президенты указы менән хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн өлкән лейтенант Вадим Гавриков, өлкән сержант Марат Мостафин, ефрейтор Данил Фәттәхов, старшина Тимур Хәйруллин үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән бүләкләнде. Наградалар геройҙарҙың туғандарына һәм яҡындарына тапшырылды.

 Танк батальонының танк ротаһы командиры, өлкән лейтенант Вадим Гавриков 1997 йылдың 31 ғинуарында Белоретта тыуған. 

Өлкән сержант Мостафин Марат Марсель улы 1984 йылдың 15 авгусында Дүртөйлө ҡалаһында тыуған.

Ефрейтор Фәттәхов Данил Самат улы 1985 йылдың 9 мартында Өфөлә тыуған. 

Старшина Хәйруллин Тимур Абрар улы 1995 йылдың 2 мартында Учалы районының Миндәк ҡасабаһында тыуған.

Наградалар тапшырылғандан һуң һәләк булған яугир-геройҙар иҫтәлегенә бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителде.

ye102.ru

Башҡортостандан офицер-танкист үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булды
Башҡортостандан офицер-танкист үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булды
Автор:
Читайте нас: