Дим буйҙары
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Сентябрь 2022, 08:30

Укроп орлоғо килешер

Унан яһалған төнәтмә - күп ауырыуҙарҙан дауа, йоҡоһоҙлоҡтан да арындыра.  

Укроп орлоғо килешер
Укроп орлоғо килешер

Юғары ҡан баҫымы, эс ҡаталауы, ашҡаҙан, бәүел ҡыуыҡсаһында ауыртыу, бәүел тотмау, йүткереү һ.б. - ошо сирҙәрҙең барыһын да укроп орлоғо, дөрөҫөрәге, уның төнәтмәһе ярҙамында дауаларға була.

Бәләкәй сәйнүккә өймәләм бер ҡалаҡ укроп орлоғон һалып, өҫтөнә ярты литр ҡайнар һыу ҡойоп, тыштан йылы итеп төрөп, 40 минутҡа ултыртып торабыҙ. Был ваҡытта орлоҡтар ныҡлап бешеп, файҙалы матдәләрен һыуға бүлеп сығара.

Көслө дауалау сараһы килеп сыға, уны йотомлап (бер юлы - өс йотом) көнөнә 7-10 тапҡыр эсергә. Ас ҡарынға ла, туйғандан һуң да түгел, мотлаҡ ашаған ваҡытта эсергә кәрәк.

Дауаланыу ваҡыты - бер аҙна. Һуңынан уны иҫкәртеү сараһы булараҡ, һәр айҙа ике-өс көн ҡулланырға мөмкин.

Был төнәтмә, алдан телгә алынған ауырыуҙарҙан тыш, тамаҡ сирҙәренән, йоҡоһоҙлоҡтан да килешә. 

Дауаланыу алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.

Фото: cistitguru.ru

https://bashgazet.ru

Укроп орлоғо килешер
Укроп орлоғо килешер
Автор:
Читайте нас: