Дим буйҙары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Сентябрь 2022, 15:38

Гемоглобинды күтәреү

Әлеге миҙгел гемоглобинды күтәреү өсөн бик ҡулай. Файҙаланып ҡалығыҙ. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Гемоглобинды күтәреү
Гемоглобинды күтәреү

Бер үк күләмдә яңы һығылған ҡара торма, кишер, ҡыҙыл сөгөлдөр, гранат һуттары алып, барыһын бергә болғатығыҙ. Банкаға бушатып, өҫтен ҡаплап, 3 сәғәт йылы духовкала төнәтегеҙ ҙә, һуынғас, һөҙөгөҙ.

1-әр аш ҡалығы алынған ваҡлап туралған миләш һәм гөлйемешкә ике стакан ҡайнар һыу ағыҙып, шуны һүрән утта 5 минут ҡайнатығыҙ. Һауытты ҡалын сепрәк менән төрөп, бер тәүлек тотҡас, һөҙөгөҙ. Аҙ ғына бал һалырға ла була. Төнәтмәне көнгә 3–4 мәртәбә ашар алдынан яртышар стакан эсәләр.

 

300-әр грамм күрәгә, йөҙөм, ҡараемеш, инҗир, ҡабыҡлы 2 лимонды (орлоҡтарын алырға) ит турағыс аша үткәрергә лә, тәменә ҡарап, бал һалырға. Барыһын бергә яҡшылап болғатырға кәрәк. Ҡатнашманы быяла банкала һуытҡыста һакларға. Көнөнә 3–4 тапҡыр 1-әр аш ҡалағы эсергә.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.

hakmar.ru

Гемоглобинды күтәреү
Гемоглобинды күтәреү
Автор:
Читайте нас: