+9 °С
Ясна
48-се башҡорт лицейының 44 уҡыусыһы Благовещен һәм Нуриман райондарына ике тәүлеккә экскурсияға барҙы.
Белеүегеҙсә, быйыл Рәсәйҙә мәктәп туризмын үҫтереү буйынса махсус программа эшләй башланы. Унда тәүгеләрҙән булып ҡатнашыусы 18 төбәк араһында Башҡортостан да бар. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн 7 туроператор һайлап алынған. Сәйәхәттәр VII - IX синыф уҡыусыларына тәғәйенләнә.
Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов белдереүенсә, 2022 йылда республиканың 11 мең уҡыусыһы Башҡортостан буйлап 2 көнлөк сәйәхәткә сыға аласаҡ.