Дим буйҙары
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Сентябрь 2022, 10:10

Һыу инеү миҙгеленә йомғаҡ яһалды

Фажиғәләрҙең төп сәбәбе - йыһазландырылмаған урындарҙа һыу инеү һәм балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырыу. Был турала Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров муниципаль берәмектәрҙең оператив штабтары етәкселәре менән кәңәшмә үткәргәндә хәбәр итте.

Һыу инеү миҙгеленә йомғаҡ яһалды
Һыу инеү миҙгеленә йомғаҡ яһалды

Шуны ла билдәләргә кәрәк: уҙған йыл менән сағыштырғанда батып үлеүселәр һанын 25 кешегә кәметеүгә өлгәшелгән.

Республикала 126 пляж эшләгән (2021 йыл менән сағыштырғанда 16 пляжға күберәк). Пляждар иҫәбе буйынса Башҡортостан, былтырғы кеүек үк, Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләй. Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығы, полиция хеҙмәткәрҙәре, муниципалитеттарҙың мобиль профтөркөмдәре 34 меңдән ашыу профрейд уҙғарған, яҡынса 1 600 административ протокол төҙөлгән.

Быйыл профилактик эш барышында уртаҡ тырышлыҡ менән Башҡортостандың һыу объекттарында 247 кешенең, шул иҫәптән 67 баланың ғүмере һаҡлап ҡалынған. 

Фото: goskomitetrb

ye102.ru

Һыу инеү миҙгеленә йомғаҡ яһалды
Һыу инеү миҙгеленә йомғаҡ яһалды
Автор:
Читайте нас: