Дим буйҙары
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Сентябрь 2022, 14:16

Ҡабаҡтан ҡайнатма

Тәмле килеп сыға тиҙәр...

Ҡабаҡтан ҡайнатма
Ҡабаҡтан ҡайнатма

Унан цитрустар тәме килеп торасаҡ!
Баҡсала ҡабаҡ өлгөргән мәл. Ә һеҙ унан ҡайнатма ла әҙерләп булғанын беләһегеҙме? Әйҙәгеҙ, эшләп ҡарайыҡ, тәмле килеп сыға тиҙәр.
Бының өсөн кәрәк:
1 килограмм ҡабаҡ
1 килограмм шәкәр
1 әфлисун
1 лимон.
Ҡабаҡты тышынан таҙартабыҙ, эсен ваҡ итеп шаҡмаҡлап турайбыҙ. Кәстрүлдә ҡабаҡҡа шәкәр ҡушып бутайбыҙ һәм һуты сыҡҡансы ҡалдырып торабыҙ. Әфлисун менән лимонды шулай уҡ шаҡмаҡлап турайбыҙ һәм кәстрүлгә һалабыҙ. Утҡа ҡуйып ҡайнатабыҙ һәм тағы 40 минут утта тотабыҙ. Аҙаҡ стерилләнгән банкаға һалабыҙ.
Ҡышҡылыҡҡа үҙе тәмле, үҙе үҙенсәлекле ҡайнатма әҙер!
aulut.ru

 

Ҡабаҡтан ҡайнатма
Ҡабаҡтан ҡайнатма
Автор:
Читайте нас: