Дим буйҙары
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Сентябрь 2022, 10:03

Картуфтан тәмле ризыҡ

Хужабикәләр, картуфтан шәңгә бешереп алайыҡ.   

Картуфтан тәмле ризыҡ
Картуфтан тәмле ризыҡ

Был шәнгәнең ҡамыры өсөн 400 гр он, 100 гр аҡ май, 1 аш ҡалағы ҡаймаҡ, 1 йомортҡа, 25 гр йәки балғалаҡтың башында ғына алынған әсетке,  1 аш ҡалағы шәкәр, 125 мл йылы һыу, ярты балғалаҡ тоҙ, өҫтөн майлар өсөн үҫемлек майы алына. 

Эслек өсөн 4 уртаса ҙурлыҡтағы картуф, 1 аш ҡалағы аҡ май, ярты стакан һөт, 1 йомортҡа кәрәк була. 

Өҫтөнә һылар өсөн туҡылған 1 йомортҡа ҡулланыла. 

Башта картуфты әрсеп, тоҙло һыуҙа бешерергә ултыртабыҙ. 

Был арала ҡамыр баҫайыҡ. Йылы һыуға әсеткене, шәкәрҙе ҡушып, бер аҙ күпсетеп алабыҙ. Унан 100 гр он өҫтәйбеҙ. 15 минут тирәһе ошолай ултырып торһон. Был арала йомшарған аҡ май, ҡаймаҡ, йомортҡа һәм тоҙҙо ҡушып болғатабыҙ. Күпсеп сыҡҡан әсеткеле массаны өҫтөнә ҡоябыҙ. Яйлап ҡына он өҫтәй-өҫтәй ҡамыр баҫабыҙ. Әҙер ҡамырҙы 15 минут тирәһе тысҡып алыр кәрәк була. Ошолай иткәндә ул тығыҙ һәм тәмле була. 

Әҙер ҡамырҙың өҫтөн ҡаплап, йылы урынға ултыртып торайыҡ. Ул ҡабарырға тейеш. 

Был арала эслек менән булышайыҡ. Бешкән картуфтың һыуын түгеп, аҡ май өҫтәп, иҙәйек. Унан эҫе һөт өҫтәп, йәнә иҙеүебеҙҙе дауам итәбеҙ. Иң аҙаҡ туҡылған йомортҡа ҡушып, миксер менән картуфты туҡып алабыҙ. 

Бына ҡамыр ҙа ҡалҡып сыҡты. Шәнгә эшләй башлайыҡ. Ҡулды майлап алғандан һуң 10-15 см диаметрлы йәймә эшләйбеҙ. Өҫтөнә эслек һөртөп сығабыҙ.Шулай уҡ бер аҙ баҫҡылап һалһаң да була эслекте. 

Бер аҙ ҡабарһын өсөн ултыртып торабыҙ. Унан майлы прожтвенға теҙеп сығабыҙ. Өҫтөнә туҡылған йомортҡаны һылап, духовкаға оҙатабыҙ. 

180 градус ҡыҙыулыҡтағы духовкала бешереп алабыҙ. 

Бешкән шәнгәләрҙең өҫтөнә таҫтөнә 10 минуттай таҫтамал ҡаплап торабыҙ. Бына хәҙер уларҙы табынға бириргә була. 

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!

https://hakmar.ru

Картуфтан тәмле ризыҡ
Картуфтан тәмле ризыҡ
Автор:
Читайте нас: